Республиканың традицион конфессия лидерҙары һәм диндарҙары тәҡдимде тулыһынса хуплауҙарын белдерҙе. Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Рус православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы башлығы митрополит Никон һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына рухи ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.