Все новости
Новости
26 Июля , 10:00

Теләк кенә булһын, ярҙам бар!

Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ауыл хужалығы тармағы эш урындарын һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам саралары, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар һәм льготалар ҡаралған.  Ғөмүмән, төбәк иҡтисади һөҙөмтәлелеген һәм тышҡы баҙарҙа конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн  агросәнәғәт тармағын эҙмә-эҙлекле яңырта. Башҡортостан һөт, һыйыр ите, ҡымыҙ, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукттары етештереүгә баҫым яһаған юғары үҫешкән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы төбәге булып тора. Ә иң мөһиме, республикабыҙ эшһөйәр, тырыш, маҡсатлы, ысын  хеҙмәт  кешеләре менән дан тота.

Теләк кенә булһын, ярҙам бар!
Теләк кенә булһын, ярҙам бар!

Игенселәр нәҫеленән улар

Республикабыҙҙа данлы игенселәр династиялары бихисап. Атаһы, ҡартатаһы һөнәренә тоғро ҡалып, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләп, икмәк үҫтергән ир аҫылдары йәшәй беҙҙең йәмле яҡтарҙа ла. 

 

1926 йылда Хәйбулла районының Таштуғай ауылынан бер нисә ғаилә яңы ерҙәрҙе үҙләштереп Суртанүҙәк ауылына нигеҙ һала. Күсеп сығыусылар араһында Солтанмәхмүт Үтәшев та була.

Ер хеҙмәтенә тоғро ҡартатаһының эшен 1937 йылда тыуған ейәне Илдус Әбүбәкер улы ла дауам итә. Һамар ауылында тракторсылар курсын тамамлаған йәш егеттең артабанғы  яҙмышы тап игенселек менән бәйле була. Уңыш йыйыу осоронда комбайн штурвалы артына ултырһа, бүтән ваҡытта тракторҙа эшләй. Дүрт тиҫтә йылға яҡын ул “Башҡорт” совхозының алдынғы механизаторы була, бер нисә йыл рәттән районда сәсеү чемпионы исемен йөрөтә.  Фиҙакәр хеҙмәте өсөн бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнгән алдынғы комбайнер хаҡында район гәзитендә лә даими яҙып торалар.

Мәле еткәс данлы атаһының юлын улы Илшат та һайлай. Бишенсе класта уҡыған сағында уҡ атаһының уң ҡулы булған эшкә бөтмөр малай, етене тамамлауға ялан-ҡырҙарҙы үҙаллы  иңләй. Мәктәпте тамамлағансы һәр йыл да совхозда урып-йыйыу эшендә әүҙем ҡатнаша ул. 1979 йылда Илшат Үтәшевҡа республика комсомол конференцияһына барып ҡайтыу бәхете тейә, бында ул ВЛКСМ Үҙәк комитетының почет грамотаһына лайыҡ була.    

Хеҙмәттәге юғары күрһәткестәре өсөн 1981 йылда, ул ваҡытта унынсы класс уҡыусыһын, СССР Юғары советы Президиумы Указы менән «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы, шулай уҡ ВЛКСМ Үҙәк комитетының  «10-сы биш йыллыҡтың Йәш гвардиясыһы»Бронза билдәһе менән бүләкләйҙәр. Мәктәпте тамамлағандан һуң бар ғүмерен ер эшенә бағышлаясағын белгән йәш егет хеҙмәт юлын туған совхозында тракторсы булып башлай. Совхоз йүнәлтмәһе буйынса Башҡорт ауыл хужалығы институтында юғары белем алыуға ирешә, студент йылдарында төҙөлөш отряды составында комбайнсы булып эшләй, бер ваҡытта ла алдынғылыҡты бирмәй. Институтты тамамлағандан һуң йәш белгес йәнә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ниндәй генә вазифаларҙа эшләмәһен, ҡыҙыу ураҡ осоронда комбайн штурвалы артына ултыра.

Ваҡытында Илшат Үтәшев атаһы Илдус Әбүбәкир улының кәңәше буйынса үҙ эшен башлай: урындағы ферманы һатып ала,  уны ремонтлап, рәтләп алғас, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәрә. Бөгөн инде районда иң әүҙем үҫешеүсе хужалыҡтарҙың береһен етәкләгән Илшат Илдус улы тормош иптәше Гөлнара Ринат ҡыҙы, өлкән улы Илфат һәм хәҙер инде кесеһе Урал менән иңгә-иң терәшеп, тырышып эшләйҙәр. Әйткәндәй, ирле-ҡатынлы Үтәшевтар Башҡорт дәүләт аграр институтының зооинженерия факультетында бергә уҡығандар. Сығышы менән Шишмә районының Келәш ауылынан булған Гөлнара Ринат ҡыҙы килен булып төшкән еренә ерегеп, хәләл ефетенең бөтә башланғыстарын ҡеүәтләгән уң ҡанатына, илһам сығанағына әүерелә. Хужалыҡтың финанс мәсьәләләрен тап ул хәл итә, үтә лә яуаплы булған бухгалтер эшен алып бара. Бының өсөн ул хатта махсус курстар үтә. Шуныһын да әйтеп үтер кәрәк: Үтәшевтәрҙең биш балаларының дүртәүһе аграр университетта белем ала. Илфат – механизация, Гөлназ, Илһам – биотехнологиялар факультеттарын тамамлай, Ильнара – Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында “Ер төҙөлөшө инженеры” һөнәрен үҙләштерә.   

Игенселәр династияһын, алдан әйтеп үтеүебеҙсә, бөгөн Илфат Илшат улы Үтәшев дауам итә. Хеҙмәт юлын атаһының фермер хужалығында башлаған тәүәккәл егет ғаилә ҡорғас үҙенең эшен аса. Ер эшен бала сағынан белгән йәш етәксе алдына ҡыйыу маҡсаттар ҡуйып йәшәй, тырышып эшләй. Күптән түгел  Илфат һәм Айгөл Үтәшевтарҙың ишле ғаиләһенә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығынан  «Ауыл биләмәләрен комплексы үҫтереү» программаһы буйынса йорт төҙөүгә сертификат бирелде. Тимәк, тырыш, татыу йәш ғаиләнең тағы бер матур хыялы бына-бына тормошҡа ашасаҡ!

Әйткәндәй, программаның төп йүнәлештәре — торлаҡ, социаль объекттар, инфраструктура төҙөү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы 2024-2030 йылдарға ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһы проектын әҙерләне. Программаны финанслауҙың дөйөм күләме ете йылда 13,8 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Программа республика бюджетынан, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финансланасаҡ. 2024 йылға уның сараларына 1,5 миллиард һум йүнәлтелә, артабанғы йылдарҙа — 2,05 миллиард һум. Аҡсаның күп өлөшө республика бюджетынан бүленәсәк: 2024 йылда сумма 1,2 миллиард һум тәшкил итәсәк, артабанғы йылдарҙа — 1,9 миллиард һум. Бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 2024 йылда 104,9 миллион һум һәм артабанғы йылдарҙа 91,2 миллион һум йүнәлтеләсәк.

Бөгөн аталы-уллы Үтәшевтәр арпа, бойҙай, етен үҫтерә. Мал аҙығы әҙерләү менән шөғөлләнәләр (фураж, сенаж), хужалыҡта 200 баш һыйыр малы иҫәпләнә. 1000 гектар сәсеү майҙаны эшкәртелә, уны яҡын киләсәктә бер нисә тапҡырға арттырыу планлаштырыла. Төрлө йылдарҙа хужалыҡҡа юғары етештереүсәнле техника һатып алына: комбайндар, МАЗ автомобилдәре, МТЗ тракторҙары һ.б.

2020 йылда Үтәшевтәр хужалыҡтарын үҫтереүгә 3 млн 300 мең һум күләмендә грант алыуға ирешә. Дәүләт ярҙамына улар 49 баш симменталь тоҡомло быҙау һатып ала, бынан тыш йөҙ баш һыйыр малына иҫәпләнгән  аҙбар һауыу ҡоролмаһы менән йыһазландырыла. Крәҫтиән (фермер) хужалығы баҫыусылыҡ менән бер рәттән һөт етештереү менән шөғөлләнә. Иртәнге һәм киске һауым һөт ҡабул итеү пунктына оҙатылып тора.

Бына шулай, Үтәшевтарҙың барыһы ла  ошо төбәктә тыуып үҫкән. Билдәле мәҡәлдә әйтелгәнсә, үҙ бәхеттәрен ситтә эҙләмәгәндәр, ҡайҙа тыуғандар – шунда береккәндәр, ата-бабалары эшен дауам итеп, игенсе һөнәренә  тоғро ҡалғандар. 

 

Данлы династия вәкилдәренә  артабан да арымай-талмай эшләргә насип булһын. Игендәр тау-тау үҫһен, уңыштар гел мул булһын! Беҙгә, бөтә илгә кәрәкле хеҙмәт өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!

Источник:https://aulut.ru/articles/auyl-khuzhaly-y/2024-07-25/tel-k-ken-bul-yn-yar-am-bar-3861355 

Автор:
Читайте нас: