Әҙерләү тәртибе: 1 стакан һыу менән 7 стакан шәкәрҙән сироп әҙерләйбеҙ. Өҫтөнә ҡарағатты һалып, ҡайнап сыҡҡандан һуң тағы 5 минут ҡайнатырға. Газды hүндерәбеҙ ҙә ҡалған 7 стакан шәкәрҙе өҫтәйбеҙ. Яҡшы итеп болғатабыҙ!
Желе һымаҡ ҡуйы, тәмле ҡайнатма килеп сыға!
Зилә Иҙрисова.