Новости
10 Июля 2024, 06:06

Сейәнән шарлотка

400 г сейә 5 йомортҡа 150 г (1 стакан) он 30 г (1 аш ҡалағы) кукуруз крахмалы 150 г (3/4 стакан) шәкәр  ванилин  

Сейәнән шарлоткаСейәнән шарлотка
Сейәнән шарлотка

Йыуып киптерелгән сейәне тосонан таҙартабыҙ. Онға крахмал, ванилин ҡушабыҙ.

Йомортҡаларҙы күперткәнсе туҡыйбыҙ. Әҙләп-әҙләп шәкәр өҫтәп торабыҙ, туҡып торабыҙ.

Сейәне полиэтилен тоҡсайға һалабыҙ, һыуы сыҡмаһын өсөн самалап он йә крахмал һибәбеҙ. Яҡшылап болғайбыҙ.

Форманың төбөнә сейәне урынлаштырабыҙ. Өҫтөнә массаны ҡоябыҙ ҙа 170 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә 40-60 мин бешерәбеҙ.  

Шарлотканы өҫтәлгә ҡуйыр алдынан шәкәр онтағы һибеп биҙәйбеҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

 

Автор:
Читайте нас