Интернет-энциклопедия һәр кем өсөн асыҡ. Бер ай эсендә генә энциклопедиялағы мәғлүмәттәргә 3,5 млн. кеше байҡау яһаған. Йыл дауамында 36 меңдән ашыу материал яҙылып, миллиондан ашыу өҫтәмәләр индерелгән.
«РУВИКИ 20 телдә, шул иҫәптән, башҡорт телендә лә мәғлүмәт тәҡдим итә. Йыл дауамында 65 500 мәҡәлә урынлаштырҙыҡ. Мәҫәлән, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙәренең исемлеге һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы, – ти әүҙем википедист Рөстәм Ғатауллин. – Һәр тел – ул милләтең коды. Мин башҡорт телен белгән замандаштарыбыҙҙы РУВИКИның волонтерҙар хәрәкәтенә ҡушылырға саҡырам. Онлайн-энциклопедияны яңынан-яңы материалдар менән байытыу халҡыбыҙҙың быуаттар буйы туплаған рухи байлығын һаҡлап ҡалырға һәм үҫтерергә ярҙам итәсәк».