Борон кешеләр күберәк яланаяҡ йөрөгән, торлағы янындағы тупраҡ уларҙың тирен һеңдергән һәм эргә-тирәлә ниндәй үлән үҫеүенә тәьҫир иткән. Хәҙер яланаяҡ бик һирәк йөрөйҙәр, шулай ҙа кеше менән тәбиғәт араһында энергетик бәйләнеш һаҡлана, үҫемлектәр интуитив рәүештә теге йәки был кешегә ынтыла.
Берәүҙең ихатаһын арыҫлан ҡойроғо (пустырник) баҫҡан, уны тамыры менән аҡтарып ырғыталар, ә үҙҙәренең атаһының йөрәге сирле. Эх, уны ошо шифалы үләндең һыуы менән дауаларға ине лә бит. Икенселәрҙең балаһының ҡалҡан биҙен дауалар кәрәк. Уларҙың ихатаһында витаминдарға һәм йодҡа бай мокрица келәм булып түшәлеп ята. Юҡ, был әрһеҙ нәмәне тамырынан ҡорота алмай ыҙалайҙар, ә үҙҙәре магазиндан йодлы тоҙ, диңгеҙ кәбеҫтәһе һатып алалар.
Тирә-йүнегеҙҙәге үҫемлектәр донъяһына иғтибар итегеҙ. Улар һеҙгә күп нәмә һөйләр. Һеҙҙә анемиямы, гемоглобинығыҙ түбәнме? Ҡарағыҙ әле, моғайын, ихатағыҙға кесерткән ихлас һөжүм итәлер. Ашҡаҙанығыҙ насар эшкәртәме? Улай булһа, ихатағыҙҙа дегәнәк йә юл япрағы үҫмәһә ғәжәп тойолор ине.
Ә эргәлә бөйөрөндәге таштарға зарланған күрше йәшәй. Уның ихатаһында бөйөрҙәрҙе бик шәп таҙартыусы бәпкә үләне үҫкәненә иманым камил.
Ҡомалаҡ тынғыһыҙ, үҙ-үҙен бөтөргән кешеләр янында үҫеп сыға, гүйә, был йортҡа тыныслыҡ, йоҡо саҡырырға теләй. Һөйәл үләне тире ауырыуҙарына бирешеп барыусылар, бауыр сирлеләр янына эйәләй.
Культуралы үҫемлектәр менән дә шул уҡ хәл: берәүҙең кишере уңа, һуғаны юҡ, икенсенең һуғаны уңа, ә бына кишер менән эше хөрт. Шулай үҫемлектәр кемгә нығыраҡ кәрәк булыуын үҙҙәре тойоп белә тигән һығымта яһарға ҡала.
Рахима Мусина