Новости
8 Июля 2024, 11:17

Һарымһаҡ уҡтарынан ҡышҡылыҡҡа салат

Кәрәк була: 1 кг һарымһаҡ уғы, 1 литр һыу, 1 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 3 лавр япрағы, 5 төймә ҡара борос, 9 %-лы аш һеркәһе.

Әҙерләү:

Алдан йыуып ҡоротолған һарымһаҡ уҡтарын 4-6 см итеп турап сығырға. Кәстрүлгә һыу, лавр япрағы, борос, шәкәр, тоҙ һалып утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас һарымһаҡ уҡтарын һалабыҙ, 5 минут тотабыҙ. Шунан уларҙы һөҙөп алып банкаларға тултырабыҙ. Маринадҡа аш һеркәһен өҫтәйбеҙ ҙә уттан алып, банкаларға ҡоябыҙ. Тимер ҡапҡас ябып һыуытырға ултыртабыҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:
Читайте нас