Новости
7 Июля 2024, 09:12

Ҡышҡыға крыжовник компоты

Кәрәк була: 350 г (0.5 литрлыҡ банка) крыжовник, 1 стакан шәкәр, 2 телем лимон, 3-5 бөтнөк (мята).

Ҡышҡыға крыжовник компотыҠышҡыға крыжовник компоты
Ҡышҡыға крыжовник компоты

Әҙерләү: йыуылған крыжовникты 3 литрлыҡ банкаға тултырабыҙ. Өҫтөнә бөтнөк, лимон һалабыҙ. Банка тулғансы ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа 15-20 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Шунан һыуын кире кәстрүлгә ҡойоп алабыҙ ҙа ҡайнатырға ултыртабыҙ. Банкаға шәкәр ҡоябыҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡас тағы банкаға ҡоябыҙ ҙа тимер ҡапҡас ябабыҙ. Йылы кейемгә урап 2 тәүлек тотабыҙ.

Автор:
Читайте нас