600 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы бина – Алтын Урҙа осорона ҡараған тарихи ҡомартҡылар, Турахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәләре, янында формалашҡан туристик кластерҙың беренсе объекты. Бындағы төп объект яҡынса 20 мең квадрат метр майҙанлы Евразия күсмә цивилизациялар музейы буласаҡ. Уның эргәһендә Башҡорт аты һәм һунарсы ҡоштар үҙәге, шулай уҡ СПА-шифахана асырға планлаштыралар.
Башҡортостан Башлығы республика халҡын визит үҙәге асылыу айҡанлы ҡотланы һәм музей комплексын булдырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Бөгөн беҙ республика өсөн әһәмиәтле яңы объект – Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәген асабыҙ. Был ҙур ғилми проекттың башы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Боронғо заманда ата-бабаларыбыҙ күсмә тормош алып барған һәм Евразия биләмәһендә йәшәгән күсмә ҡәбиләләрҙең ҙур берләшмәһенә ингән. Урта быуаттарға ҡараған Турахан, Хөсәйенбәк кәшәнәләре боронғо цивилизация үҙәктәренең береһе булған. Бында Волга буйы Болғарынан Урта Азияға һәм Себергә сауҙа юлдары үткән. Сикһеҙ киңлектәр буйлап күсеп йөрөп, күсмә халыҡтар ҡәбиләләрҙе, ерҙәрҙе берләштереү һәм башҡорт этносын формалаштырыуҙа ҙур тарихи роль уйнаған.
Төбәк етәксеһе музей комплексын төҙөүҙә һәм уның экспозицияһын формалаштырыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
– Рус Православие Сиркәүенең Нәшриәт советы рәйесе, Калуга һәм Боровск митрополиты Климентҡа славян яҙмаһының иң боронғо ҡомартҡыларының береһе булған Остромир Евангелиеһы күсермәһен тапшырғаны өсөн айырым рәхмәт белдерәм. Китап музейҙың тәүге экспонаттарының береһе буласаҡ. Бынан тыш, былтыр республикаға Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһе тапшырылғайны. Был Ташкентта Ҡөрьән музейында һаҡланған китаптың берҙән-бер алтын күсермәһе. Ғосман Ҡөрьәне – VII быуатҡа ҡараған изге Ҡөрьәндең иң боронғо алты күсермәһенең береһе, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ә буласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейы галереяһы өсөн бер нисә художестволы картина әҙерләнә. Тап бында туристарҙы, республика ҡунаҡтарын үҙенә саҡырып торорлоҡ урын булдырырға теләйбеҙ. Традицияларыбыҙҙы һәм мәҙәниәтебеҙҙе тулыһынса асырға тырышасаҡбыҙ.
***
Визит-үҙәкте асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар ҙа сығыш яһаны. Улар араһында федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, Рәсәй һәм сит ил ғалимдары һәм тикшеренеүселәре, конфессияларҙың рухи лидерҙары, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар ине.
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова музей комплексы объекттарының әһәмиәтен юғары баһаланы.
– Республика етәкселеге инициативаһы буйынса тормошҡа ашырылған проект төрлө илдәрҙең тарихсыларын, археологтарын берләштерер һәм тәрән ғилми тикшеренеүҙәр майҙансығына әүерелер, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Лилиә Ғүмәрова.
Федерация Советы комитеты рәйесе, Башҡортостандың уҙған йылда Роспатент тарафынан «Башҡорт аты» атамаһына хоҡуҡ алыуы тураһында иҫкә төшөрҙө. Лилиә Ғүмәрова шулай уҡ Радий Хәбировҡа «Башҡорт шәле» географик атамаһының дәүләт теркәүе үтеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы.
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко Секретариаты етәксеһе урынбаҫары Антоний Швиднт билдәләүенсә, Евразия күсмә цивилизациялар музейы проекты «Архитектура мираҫы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде.
– Ҡунаҡсыл башҡорт ерендә, Көнсығыш менән Көнбайыш тоташҡан урында ҙур музей комплексы барлыҡҡа килә, – тине Антоний Швиндт. – Ул ватандаштарыбыҙҙың хәҙерге быуынын ата-бабаларыбыҙ мәҙәниәте менән таныштырыуға, шулай уҡ яңы фәнни проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Тантанала Татарстан Республикаһының Фәндәр академияһы президенты Рифҡәт Миңлеханов, Үзбәкстан тарихы дәүләт музейы директоры Жанат Исмаилова, Монголия фәндәр академияһының Сыңғыҙхан Милли музейы директоры Чулуун Сампилдондов, Ҡырғыҙ Республикаһы Милли тарихи музейы директоры урынбаҫары Замира Бегалиева, Әзербайжандың Гобустан милли тарихи-художество музейы директоры Вугар Урфат оғлы Исаев, Ҡаҙағстандан рәссам-реставратор Кырым Алтынбеков сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны.
Улар Башҡортостан халҡын яңы объект асылыу айҡанлы ҡотланы һәм Евразия халыҡтарының тарихи мираҫының уртаҡлығын билдәләне. Яңы музей комплексын булдырыу Урта Азия дәүләттәренең фәнни һәм мәҙәни йәһәттән тәжрибә уртаҡлашыуына, шулай уҡ күсмә халыҡтарҙың йолаларын һәм традицияларын һаҡлауға яңы көс бирәсәк.
Сит ил вәкилдәре Евразия күсмә цивилизациялар музейына үҙ халыҡтарының традицион эйәрҙәрен тапшырҙы.
***
Объектты асыу тантанаһы сиктәрендә буласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейы экспозицияһына Остромир Евангелиеһы һәм Ғосман Ҡөрьәненең күсермәләре тапшырылды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар шулай уҡ яңы объектты ҡараны һәм уның мөмкинлектәре менән танышты.
Бинала буласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейының мини-экспозицияһы, лекциялар һәм презентациялар үткәреү өсөн амфитеатр, шулай уҡ кафе һәм сувенир тауарҙары магазины урынлашҡан.
Объекттың ҡыйығында күҙәтеү майҙансығы йыһазландырылған, был урындан Турахан кәшәнәһенә һәм уға илтеүсе 600 метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы һуҡмаҡҡа күренеш асыла. Визит үҙәге бинаһы янында автомобилдәр ҡуйыу урыны һәм мәҙәни-күмәк саралар өсөн асыҡ зона булдырылған.
Кәшәнә эргәһендә Нияз Мәжитов исемендәге Башҡорт археологик экспедицияһы ҡаҙыу эштәрен дауам итә.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры вазифаһын башҡарыусы Илшат Бахшиев һөйләүенсә, Турахан кәшәнәһе янында Нияз Мәжитов исемендәге археологик экспедиция ҡаҙыу эштәре алып бара. Уның эш һөҙөмтәләре мавзолей төҙөлөшөндә ҡулланылған мәғлүмәттәрҙе аныҡларға ярҙам итә.
Радий Хәбиров кәшәнәнең үҙен дә ҡараны. Ғалимдарҙың бурысы – мавзолейҙы бөгөн нисек бар, шулай һаҡлап ҡалыу, тип билдәләне республика Башлығы.
Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин аңлатыуынса, мавзолейға инеү урынында уны эске яҡтан һаҡлау өсөн быяла ҡуйыу планлаштырыла
Төбәк етәксеһе башҡорт ырыуҙары вәкилдәре менән аралашты.
– Һеҙгә үҙебеҙҙең халыҡтың баш кейеме – республиканың символы булған ҡурай төшөрөлгән таҡыя бүләк итергә рөхсәт итегеҙ, – тип аҡһаҡалдар республика Башлығына милли баш кейеме – түбәтәй кейҙерҙе.
***
Журналистар менән әңгәмәлә республика Башлығы музей комплексы биләмәһен һәм уның эргәһендәге майҙансыҡтарҙы артабан үҫтереү пландары хаҡында һөйләне.
– Был республика һәм бөтә ил өсөн бик мөһим проект. Музей комплексы етди фәнни эҙләнеүҙәргә нигеҙләнеп булдырыла, һәм ул даими үҫешәсәк. Яңы майҙансыҡ шулай уҡ, үҙ тарихына һәм мәҙәниәтенә хөрмәт нигеҙендә, төрлө илдәрҙең халыҡтарын берләштерә. Һәм, әлбиттә, бында ҙур туристик үҙәк формалаша, – тине Радий Хәбиров. – Йыл аҙағында 20 мең квадрат метр майҙанлы музей бинаһын проектлауҙы тамамлайбыҙ. Унан юл аша Башҡорт аты һәм һунарсы ҡоштар үҙәге төҙөләсәк. Бында ике ипподром, конкур һәм башҡа ярыштар өсөн ябыҡ манеж, шулай уҡ һөнәрселеккә нигеҙләнгән этноауыл урынлашасаҡ. Был урында боронғо башҡорттарҙың традицион шөғөлдәрен тергеҙәбеҙ. Шулай уҡ бынан алыҫ түгел СПА-ҡунаҡхана төҙөргә ниәтләйбеҙ. Дөйөм алғанда, бында бик көслө туристик, этник, гастрономик, фәнни үҙәк формалаша. Биләмәнең перспективалары ҙур, һәм бында бер нисә йылға етерлек эш бар әле.
Билдәләп үтәйек: Евразия күсмә цивилизациялар музейы проекты тураһында «Самрау» мәҙәни мираҫты һаҡлау фонды белгестәре тарафынан төшөрөлгән «Көс урыны. Турахан визит үҙәге» документаль фильмында ентекләп һөйләнелә. Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында төшөрөлгән фильм БСТ телеканалында 11 июлдә 20:00 сәғәттә күрһәтеләсәк.
Источник:https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/180507.html