Новости
6 Июля 2024, 17:13

Башҡортостандың Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте «Рекрут» проектын тәҡдим итте

5 августа республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына  булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәтенең (ДОСААФ) төбәк бүлексәһе рәйесе Игорь Нурмөхәмәтов «Рекрут» проекты тураһында һөйләне. Ул килешеү нигеҙендә хеҙмәт итеүселәрҙе Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәткә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостандың Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте «Рекрут» проектын тәҡдим иттеБашҡортостандың Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте «Рекрут» проектын тәҡдим итте
Башҡортостандың Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте «Рекрут» проектын тәҡдим итте

– Беҙҙең активистар һәм ябай халыҡ граждандарҙы Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә контракт буйынса хеҙмәткә йәлеп итеү менән шөғөлләнә. Бының өсөн улар аңлатыу эштәре алып бара, алыҫ урынлашҡан райондарға ла сыға, – тип хәбәр итте Игорь Нурмөхәмәтов. – Ошо эшмәкәрлек нигеҙендә йәмғиәттең республика бүлексәһе «Рекрут» проектына старт бирә, уның сиктәрендә социаль ярҙам саралары ойошторорға планлаштыра. Төп шарт – ир-егеттәрҙең контракт буйынса хеҙмәткә ҡушылыуына булышлыҡ итеү. Йәмғиәт ағзалары һәм активистары йыш ҡына агитация саралары үткәрә. Яңы проект һөҙөмтәһендә был эштең сифатын яҡшыртыу мөмкин буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика халҡын Рәсәй Ҡораллы Көстәренә хеҙмәткә йәлеп итеүҙә Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына  булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәтенең ролен билдәләне.

– Һеҙ контракт буйынса хеҙмәттең мөһимлеге һәм уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләйһегеҙ. Был эште хуплайбыҙ, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – ДОСААФ кешеләрҙе, шул иҫәптән хәрби тәжрибәгә эйә булғандарҙы берләштерә. Әлбиттә, һеҙ был эште күпкә ышаныслыраҡ һәм сифатлыраҡ итерһегеҙ. Һеҙҙең ойошма ағзалары ай һайын гуманитар ылауҙарҙы оҙатып бара, аҡса йыйыуҙы ойоштора, кәрәкле әйберҙәр һәм ҡорамалдар һатып ала. Бынан тыш, ДОСААФ махсус хәрби операция биләмәһенә автомобилдәр һәм ундағы техниканы ремонтлау өсөн запас частар ебәрә.

Бынан тыш, ойошма студенттар һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыуға тиклемге йәштә булғандар, ирекмәндәр һәм мобилизацияланғандар өсөн тактик медицина буйынса уҡытыу ойошторған.

Кәңәшмәлә ойошманың төбәк бүлексәһе рәйесе шулай уҡ хәрби-иҫәп һөнәрҙәрен һәм күмәк һөнәрҙәрҙе уҡытыуҙағы уңыштарҙы билдәләне.

– Беҙ 6 хәрби-иҫәп һөнәре, шулай уҡ техник һөнәрҙәр буйынса әҙерлек алып барабыҙ. 2024 йыл башынан алып водитель категориялары буйынса ғына 6 115 кеше уҡыған, – тип хәбәр итте Игорь Нурмөхәмәтов.

Источник:https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/181519.html 

Автор:
Читайте нас