5 л һыуға 15 тамсы йод, 0.5 л эремсек һыуы ҡушып болғатабыҙ.
Ашламаны 15 көнгә бер ҡыярҙың тамырына ҡоябыҙ.
Көндөҙ ныҡ эҫе, төнөн һалҡындар торғанда ҡыярҙың япраҡтары һарғая башлаусан. Был ваҡытта ла эремсек һыуынан ошо рецепт ярҙам итер: 10 л һыуға 1 л эремсек һыуы, 20 тамсы йод, 2 аш ҡалағы ҡырылған кер һабыны һалып бутағыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашма менән ҡыярҙарҙы һиптереп сығығыҙ.