Батон
2 йомортҡа
100 г ҡаты сыр
5-6 редис
1 теш һарымһаҡ
укроп
майонез
тоҙ, борос
Әҙерләү: бешкән йомортҡаны, сырҙы, редисты эре булмаған ҡырғыс аша үткәреп, тоҙ-борос, майонез, ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ ҡушып болғайбыҙ. Батонды телеп, табала ике яғы ла ҡыҙарғансы ҡыҙҙырып алабыҙ. Әҙер ҡушылманы ҡалын ғына итеп һылайбыҙ. Укроп менән биҙәйбеҙ.
Аштарығыҙ тәмле булһын!