"Һеҙ баҡса еләген ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡлайһығыҙ? Бына интернетта бик “тәмле генә” рецепт күҙгә эләкте. Үҙе еңел генә! Ҡышҡыһын ҡоймаҡҡа, икмәккә һылап ашап рәхәтләнергә яҙһын.
"5 кг еләкте йыуып, блендер менән иҙҙем. Уға 1 литр ҡуйыртылған һөт (сгущенка) ағыҙҙым, тәменсә шәкәр өҫтәнем (200 гр тирәһе). Унан контейнерға һалып, һыуытҡысҡа ҡуйҙым.
Ҡоймаҡҡа һылап ашаһаң бигерәк тәмле. Тәме иҫ киткес! – тип яҙалар “Атайсал” гәзите төркөмөндә".
"Таң" гәзитенең сайтынан алынды.