Новости
4 Июля 2024, 04:52

Ҡаҡ ҡойоу буйынса күҙәтеүҙәрем

Эх, әрәм генә итеп серетә инде еләктәремде был ямғыр! Юҡ, барыбер зарланмайым. Ямғыр кәрәгерәк тәбиғәткә. Ун йыл буйы ҡоролоҡ булып, бер тамсыһына тилмереп ултырҙыҡ бит. Шулай ҙа, тымып торған арала, бер аҙ ҡыҙарған еләктәрҙе йыйып алып торорға тырышам. Һыу һеңдергәс, ҡояш нурында бешә алмағас, бик үк тәмле лә түгел үҙҙәре. Ярай, бары менән байрам!..

Ҡаҡ ҡойоу буйынса күҙәтеүҙәремҠаҡ ҡойоу буйынса күҙәтеүҙәрем
Ҡаҡ ҡойоу буйынса күҙәтеүҙәрем

Быйыл ҡаҡ ҡойоуға бер аҙ яңылыҡ индерәм тип яҙғайным. Яңылығым шул: еләккә грек сәтләүеге, миндаль, йөҙөм, кунжут, банан, алма ҡушып ҡойҙом. Бер ҡыҙғанда хатта сгущенка ҡушып та эшләп ҡараным.

Алманы быға тиклем дә бөтә ҡаҡтарға ла ҡуша инем, шулай тәмлерәк була. Тик баҡсала алма өлгөрөүгә еләк бөткән була бит. Шуға быйыл магазин алмаһы ҡушып булһа ла тәүгә эшләп ҡараным. Алма ҡаҡты йомшағыраҡ, сәйнәмлерәк, татлыраҡ итә шул.

Тәмлеме тип һорарһығыҙ. Миңә, сәтләүектәрҙең ниндәйен булһа ла үлеп яратҡан кешегә, тәмле, әлбиттә. Тик нығыраҡ онтарға, йөҙөмдө лә ваҡлап турарға кәрәк булған тип уйланым.

Банан ҡағы оҡшап етмәне: минең өсөн үтә сөсө. Еләккә ҡушып эшләгәнемдә банан тәме бөтөнләй тойолмай. Сгущенкалы еләк ҡағы йәбешкәк, шулай ҙа әскелтем сливочный тәме менән күңелгә ятты.

 

Автор:Рәхимә Мусина
Читайте нас