Был яҙмамды МХО-ға гуманитар ярҙамды оҙатҡан ир-егеттәр юлдан ҡайтып еткәс яҙырмын тип уйлап йөрөй инем. Аллам биргәненә шөкөр, улар ниһайәт өйҙә. Беҙ — «Тыуған тыл. Хәйбулла» ирекмәндәр төркөмө етәкселәре Юлиә Ғәлиева һәм Филүзә Ишемғолова егеттәр менән форсат табып аралашып алдыҡ. Һүҙем меңәрләгән километр юлдар үтеп, тыуған яҡ сәләмдәрен, күстәнәстәрен Херсон йүнәлешендә, беҙҙең тыныслыҡты һаҡлаусы, яҡлаусы райондаштарыбыҙға, яугир егеттәребеҙгә алып барып тапшырып ҡайтыусы Ғәлийән Билалов, Рәмил Билалов һәм Данис Минлешев хаҡында булыр.
Күптән күңелдәрендә йөрөткән изге уйҙы тормошҡа ашырып, юлға сығырға улар ныҡлап әҙерләнде. Йәһәт кенә исемлек буйынса егеттәребеҙгә кәрәкле инструменттар, кәрәк-яраҡтарҙы теүәлләп-йыйнап алдылар, ҡорбан салып юлға ит әҙерләнеләр. Уларға ҡушылып дуҫтары, коллегалары ла гуманитар ярҙамға тос өлөш индерҙеләр. Юл сығымдары ла егеттәрҙең үҙҙәренән булды.
—Рәмил Сәғәҙәт улы, оҙон юлға сығыуға һеҙ ныҡлы әҙерләндегеҙ. Яугирҙар менән осрашыу нисек булырын уйлап моғайын да тулҡынланғанһығыҙҙыр?
—Эйе. Берәй ерҙә осрашып, егеттәргә ярҙамды тапшырып, кире ҡайтыу яғына юлланырбыҙ тип күҙаллағайным, ә осрашыу бөтөнләй икенсе төрлө булды. Яугирҙар сит-ят ерҙә улар беҙҙе бер туғандарҙай күреп, ҡыуанып юлға сығып ҡаршы алды. "Рәмил ағай!" тип ҡаршы алған егетте танымағаныма уңайһыҙ булып китте. Хатта үҙҙәренең йәшәгән урындарына алып барып таныштырҙылар. Ашнаҡсылары беҙҙе тәмле итеп ашарға бешереп көтә ине. Үҙебеҙҙең Башҡортостан, Татарстан егеттәре һәм улар хеҙмәт иткән часть командованиеһы менән таныштыҡ.
—Һеҙ махсус хәрби операция башлаған көндән алып һәр ваҡыт яугирҙарыбыҙға ярҙам итәһегеҙ, әле бына үҙҙәренә барып етеп, ниндәй шарттарҙа йәшәгәндәрен күреп, улар менән аралашҡас ниндәй уйҙар менән ҡайтыр юлға сыҡтығыҙ?
—Беренсенән, егеттәр өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Әлбиттә, йәшәү шарттары өйҙәге кеүек түгел. Бөтә кәрәк-яраҡты ла үҙҙәренә уңайлы итеп ҡулайлаштырып эшләгәндәр. Ә ярҙам итеүгә килгәндә, алда яңы пландар. Данис менән бергәләп ҡайтып еткәнсе төрлө пландар ҡорҙоҡ. Хистәр, уйҙар болғанды. Яугирҙар иң тәү сиратта туған телендә аралашыуға, рухи яҡтан ҡеүәтләүгә мохтаж. Егеттәребеҙ менән осрашып-күрешеп, һөйләшеү мөһим. Уларҙың былай ҙа еңел булмаған тормошон яҡшыртыу өсөн гуманитар ярҙамды оҙатыу эшен дауам итеү зарур.
—Гуманитар ярҙам йыйған саҡта иң беренсе сиратта егеттәрҙән төҙөлөш кәрәк-яраҡтары, инструменттар, көрәк, ҡаҙау кеүек әйберҙәр кәрәк тигән үтенестәрҙе ишетәбеҙ. Уларҙы йыйып ебәреү маҡсатында акциялар үткәрәбеҙ. Ләкин ярҙам йыйыу беҙгә ауырға тура килә. Әле бына һеҙ Данис менән үҙегеҙ исеменән бик күп кәрәкле инструменттар алып барҙығыҙ. Ошо йүнәлеште нисек нисек яйға һалып алырға була?
—Эйе, бик кәрәкле әйберҙәрҙе йыйыуҙы әүҙемләштерергә кәрәк. Минеңсә, был акцияларға районыбыҙҙың барлыҡ ир-егеттәре ҡушылырға тейеш. Берәр килограмм ҡаҙау, берәр көрәк булһа ла алып килеп тапшырһалар яҡшы булыр ине. Һәр бер өҫтәл, ултырғыс, йоҡлаған урындары, ер өйҙәре (землянка) барыһы ла уларҙың үҙ ҡулдары менән эшләнгән һәм төҙөлөш материалдары күпләп талап ителә.
—Белеүебеҙсә һеҙ ҡорбан салдырып, бишбармаҡ, хатта йәшел һуғанына тиклем алып барҙығыҙ. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең төркөм исеменән Өфө ауылы халҡы әҙерләгән тушенкаларҙы оҙаттыҡ. Көн һайын тиерлек рәхмәттәр яҙалар. Аҙыҡ-түлек егеттәргә кәрәкме?
—Аҙыҡ-түлек менән улар тулыһынса тәьмин ителгән, мохтажлыҡ кисермәйҙәр. Шулай ҙа өйҙән, тыуған ерҙән килгән күстәнәстәргә яҡташтар бик шат. Сөнки оҙаҡ ваҡыт эсендә һатып алынған ризыҡ менән туҡланыу егеттәрҙе ялҡытып та киткән.
—Һеҙҙең кеүек яугирҙарға барып етеп, ярҙам алып барып тапшырырға ниәттәре булғандарға ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?
—Әлбиттә, барырға кәрәк, сөнки улар беҙҙең, яҡташтарының ярҙамына мохтаж. Яугирҙарға иң мөһиме иғтибар кәрәк. Уларға үҙҙәренең яңғыҙ түгел икәнлеген аңлау мөһим. Ярҙам күрһәтергә теләүселәргә ҡурҡып ҡалырға кәрәкмәй, сөнки Хәйбулла районы халҡы ярҙам күрһәтеү буйынса күп кенә башҡа райондарға өлгө булып тора. Берҙәм көс менән күп эштәр атҡарыла. Егеттәр ярҙам ҡулы һуҙған район халҡына рәхмәттәрен белдерәләр. Балалар кеүек ҡыуаналар. Был тойғоларҙы ябай һүҙ менән аңлатып булмай, һис шикһеҙ барып күрешеп кенә бындай тойғоларҙы кисерергә мөмкин.
—Тимәк, егеттәргә ярҙам күрһәтеү дауам итәсәк?
—Эйе, дауам итәсәк! Дөрөҫөрәге яңы көс менән яңынан башланасаҡ!
Ир-егет һүҙе бер була, әлбиттә, һеҙ һүҙегеҙҙе елгә ташларлыҡ егеттәр түгелһегеҙ. Беҙҙең «Тыуған тыл. Хәйбулла» ирекмәндәр төркөмөнә ҡушылған, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған райондаштарыбыҙ менән берлектә был йүнәлештәге эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Барыһына ла егеттәребеҙҙең йөрәк түренән сыҡҡан ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Ярҙамдың ҙуры, бәләкәйе юҡ. Бары тик күмәк көс менән генә ҙур эште атҡарып сығып була.
Херсон йүнәлешендә районыбыҙҙан барлығы 9 яугир-яҡташыбыҙ хеҙмәт итә. Уларға түҙемлек, сабырлыҡ теләйбеҙ. Туғандары, яҡындары менән бергә һәр береһенең имен-һау ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Ә һеҙгә, гуманитар ярҙам алып барыуға тос өлөш индереүсе — Рәмил Сәғәҙәт улы, Данис Исай улы һәм дә күп тапҡырҙар район халҡы исеменән әҙерләнгән ярҙамды оҙатып барыусы Ғәлийән Ғәзизйән улы Билаловҡа тағы ла бер тапҡыр оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.