Новости
1 Июля 2024, 15:24

«Ватан һаҡсылары» фондының Башҡортостан филиалы социаль координаторҙары менән осрашыу

30 июндә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ватан һаҡсылары» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының республика филиалы социаль координаторҙары менән осрашты. Төбәк етәксеһе уларҙы филиалдың бер йыллығы менән ҡотланы, көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
«Ватан һаҡсылары» фондының Башҡортостан филиалы социаль координаторҙары менән осрашыу«Ватан һаҡсылары» фондының Башҡортостан филиалы социаль координаторҙары менән осрашыу
«Ватан һаҡсылары» фондының Башҡортостан филиалы социаль координаторҙары менән осрашыу

– «Ватан һаҡсылары» фондының республикалағы филиалы асылыуға бер йыл үтте. Һеҙҙең коллективығыҙ ҙур түгел – 97 кеше. Бөгөн еңел булмаған, яуаплы һәм намыҫлы эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров. – 2024 йылдың мартында республикабыҙға ул ваҡытта федераль фондты етәкләгән Анна Евгеньевна Цивилёва килде. Ул, филиал эше менән танышып, республика фондының бындай кимәлдә ойошторолған эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Шуға күрә барығыҙға ла ҙур рәхмәт!

Башҡортостан Башлығы республика алдындағы өс төп бурыс хаҡында иҫкә төшөрҙө.

– Беренсеһе – махсус хәрби операцияға, илдең оборона һәләтенә, яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү. Был беҙҙең ир-егеттәребеҙҙең, үҙ бурыстарын һөҙөмтәле үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙары өсөн мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Икенсе бурыс – хәрбиҙәрҙең һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү. Һеҙҙең эшегеҙҙең төп маҡсаты тап ошо ике мәсьәләгә йүнәлтелгән. Өсөнсө бурыс та бар – иҡтисадты, социаль, мәҙәни өлкәне үҫтереүҙе тәьмин итеү. Башҡортостандың үҫеш темптары туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Был бик мөһим, сөнки өсөнсө бурысты үтәй алмаһаҡ, тәүге икәүһен дә бик яҡшы хәл итә алмаясаҡбыҙ. Һәм әлегә беҙҙең барыһы ла ыңғай бара.

Республика етәксеһе эш сәфәре барышында һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашыуы, уларҙы борсоған мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне.

– Һеҙ был эш менән көн һайын шөғөлләнәһегеҙ. Һәм был эмоциональ йәһәттән һәр ваҡыт ауыр. Әммә һеҙ кешеләр менән йөрәгегеҙ ҡушҡанса һәм ихлас күңелдән эшләйһегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Муниципалитет башлыҡтарына ла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре менән бик иғтибарлы һөйләшергә, бюрократиянан мөмкин тиклем бушатырға кәрәк, тип һәр ваҡыт әйтәм.

***

«Ватан һаҡсылары» фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина төбәк етәкселегенә социаль координаторҙарға ярҙамы һәм уларҙың эшенә ҡарата иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. Координаторҙар араһында махсус хәрби операция ветерандары, һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре һәм ҡатындары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары бар. Бер йыл эшләү дәүерендә фонд филиалы 50 меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул иткән, күпселек мәсьәләләрҙе оператив хәл итеүгә ирешкән. Кешеләр башлыса социаль ярҙам саралары, юридик һәм психологик ярҙам, торлаҡты ремонтлауҙа һәм көнкүреш мәсьәләләрендә булышлыҡ итеү, шифахана-курорт дауалауы кеүек көнүҙәк һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында филиал министрлыҡтар һәм ведомстволар, патриотик, йәштәр, дини ойошмалар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, төрлө социаль проекттарға башланғыс бирә.

***

Аралашыу барышында «Ватан һаҡсылары» фондының Тәтешле районы буйынса филиалының социаль координаторы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Венер Сафин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, шул иҫәптән дауаланыу һәм реабилитация ваҡытында ла, ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостан Башлығы яуға оҙатҡанда тапшырған бетеүҙе әле лә һаҡлауы хаҡында һөйләне.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан яугирҙарҙы яйлап тыныс тормошҡа ҡайтарыу, дәүләт һәм муниципаль идара итеү системаһына йәлеп итеү мөһим. Төбәк етәксеһе Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы йәки Башҡортостан Башлығы Хакимиәте базаһында «Геройҙар дәүере» федераль белем биреү программаһының республика аналогын эшләтеп ебәреү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.

– Республика, муниципалитеттар менән идара итеү хоҡуғын ҡулдарына ҡорал тотоп илде яҡлаған ир-егеттәребеҙ аласаҡ. Уларҙың энергияһын, йәшәү позицияһын, рух ныҡлығын тейешле эштәргә йүнәлтәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фонд филиалы етәксеһенең социаль оҙатыу буйынса урынбаҫары Альвера Зөбәйерова һәм Әбйәлил районы буйынса социаль координатор, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың әсәһе Дилә Ғәлиуллина муниципалитеттар менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен күтәрҙе. Мәҫәлән, социаль координаторҙар ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының оператив кәңәшмәләренә саҡырылмай. Транспорт бүлеү менән дә ҡыйынлыҡтар бар. Башҡортостан Башлығы, был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тейешле йөкләмәләр биреләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Мәскәү госпиталдәрендә дауаланған яралы яугирҙар хаҡында һөйләгәндә, Радий Хәбиров уларҙы ҡараған ғаилә ағзалары республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә бушлай йәшәү алыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө.

Социаль координаторҙар билдәләүенсә, Башҡортостанда тыуған, әммә хәрби хеҙмәт урынында йәшәгән хәрбиҙәрҙең, шулай уҡ хәбәрһеҙ юғалған йәки әсирлеккә эләккән яугирҙарҙың ата-әсәләре өсөн шифаханаларға юллама мәсьәләһе лә көнүҙәк булып тора. Башҡортостан Башлығы был  йүнәлештә эшләргә ҡушты.

– Һеҙҙең эшегеҙҙә ваҡ-төйәк һорауҙар юҡ. Һәр осраҡҡа, һәр мөрәжәғәткә бик иғтибарлы булырға кәрәк. Бөгөн һеҙ күтәргән һәр мәсьәлә буйынса Башҡортостан Хөкүмәте мотлаҡ тейешле саралар күрер, – тине Радий Хәбиров. – Эшегеҙ ауыр, әммә, күпмелер ваҡыт үткәс, һеҙ уның менән ғорурланырһығыҙ, тип ышанам.

 

Источник:https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/180227.html 

Автор: