Новости
28 Июня 2024, 07:30

Белорет ҡыҙы Лиана Сәйфуллина "Рәсәй йәштәре. Гранттар" конкурсында 712 000 һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булды

"Рәсәй йәштәре. Гранттар" конкурсының беренсе миҙгеле тамамланды. Унда илебеҙҙең 89 субъектынан 15 420 ғариза ҡабул ителде, шуларҙың 1310-ы 18 номинацияла эксперттар тарафынан 709 490 177 һумлыҡ грант биреүгә тәҡдим ителде. Өфө Дәүләт нефть-техник университеты студенткаһы - Белорет ҡыҙы Лиана Сәйфуллина "Студенттар өсөн профилле смена. Патриотик мираҫ" темаһы буйынса иң яҡшы күрһәткестәргә ирешеп, 712 620 һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булды!

Белорет ҡыҙы Лиана Сәйфуллина "Рәсәй йәштәре. Гранттар" конкурсында 712 000  һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булдыБелорет ҡыҙы Лиана Сәйфуллина "Рәсәй йәштәре. Гранттар" конкурсында 712 000  һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булды
Белорет ҡыҙы Лиана Сәйфуллина "Рәсәй йәштәре. Гранттар" конкурсында 712 000 һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булды

Дөйөм алғанда, Өфө дәүләт нефть-техник  университеты студенттары был конкурс сиктәрендә быйыл 4,6 миллион һумдан ашыу аҡса отҡан.

Иҙел башы ҡыҙын ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы проекттарын тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйбеҙ!

 

Источник:https://ural-rb.ru/articles/milli-proekttar/2024-06-28/proekttar-m-lg-ashyryla-3827186 

Автор:
Читайте нас