Новости
27 Июня 2024, 15:04

32 йылдан һуң юл ремонтлана

Һуңғы тапҡыр юлға иғтибар 1992 йылда бирелгәнйәйәүлене лә, машинала елдереп китеп барыусыны ла, олоно ла, йәште лә борсоған уртаҡ мәсьәләләрҙең береһе - ул юл. Йәғни уның булыуы йәки булмауы. Был йәһәттән һуңғы йылдарҙа республикала эштәр әүҙемләште. Әлбиттә, йүнәтәһе, ямайһы күп әле, шулай ҙа барыбер яңы япмалар түшәлә, ауыл биләмәләре был йәһәттән ярҙамын да ала.

32 йылдан һуң юл ремонтлана32 йылдан һуң юл ремонтлана
32 йылдан һуң юл ремонтлана

Әле бына темәстәр шатлана. Темәс-Әмин араһы юлы ремонтлана унда! Был мәктәп автобусы йөрөгән юл. Һуңғы ремонт бында 1992 йылда башҡарылған.  Бына 32 йылдан һуң кирзавод киҫелешенә тиклем, дөйөм оҙонлоғо 1670 метрлыҡ ҡырсынташ түшәлә. Шундай һөйөнөслө хәбәр алдыҡ Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолованан.

 

Источник:https://hakmar.ru/news/novosti/2024-06-27/32-yyldan-u-yul-remontlana-3826390?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485 

Автор:
Читайте нас