Новости
20 Июня 2024, 09:17

Үт ҡыуығың, әллә, кәрәк түгелме? Заухия Низамиева

Ер йөҙөндә иң төгәл итеп яһалған аппарат – ул кешенең гәүҙәһе.Аллаһы Тәғәлә уны шул хәтлем иҫкиткес күп функциялы, мең төрлө манипуляция яһай торған итеп яралтҡан һәм яратҡан.Уйлай, уҡый, яҙа,эшләй,атлай, йөгөрә, ултыра, ята, ашай, йоҡлай, көлә, йырлай, бейей... Һанап бөткөһөҙ. Беҙ ниндәй бәхетле! Әгәр ҙә уны ялғыш уй, насар ғәмәл, сыйфатһыҙ ризыҡ, бысыраҡ һыу, һауа,үҙ – үҙеңә ҡарата ғәмһеҙ,битарафһыҙлыҡ һәм вайымһыҙлыҡ менән ватмаһаң,эштән сығармаһаң, ул оҙаҡ йылдар, үҙ яйы менән ҡартайғансы кешегә төгәл көйөнә хеҙмәт итә тиҙәр ғалимдар. Һәм тәнебеҙгә бер генә артыҡ ағза ла индерелмәгән тип яҙыла төрлө фәни сығанаҡтарҙа һәм дини китаптарҙа ла. Һәр бер ағзаның тайпылышһыҙ үтәй торған бурысы бар.

Үт ҡыуығың, әллә, кәрәк түгелме? Заухия НизамиеваҮт ҡыуығың, әллә, кәрәк түгелме? Заухия Низамиева
Үт ҡыуығың, әллә, кәрәк түгелме? Заухия Низамиева

Бер ағзаның эшсәнлегенә икенсеһе бәйле. Береһендәге ватылыу мотлаҡ икенсеһендә сағыла. Әлбиттә, кешенең аҡылы һәм ҡулы арҡаһында яһалған аппараттарға ҡарағанда, беҙҙең тәнебеҙҙә береһе ауырый башлаһа икенсеһе уның бурысының ҡайһылыр бер өлөшөн үтәп торорға тырыша, ярҙам итергә, дауаланғанын көтөп тә тора, үҙенә ауырлыҡ ала,тик ваҡытлыса. Сөнки уның үҙенең эше бар. Тимәк, беҙҙең һәрбер ағза төп йортобоҙҙа тәртип, дөрөҫ тормош ағышы булыуын тәэмин итә. Бер ағза ауырта башлаған икән, икенсеһендә уның сағылышы булып, унда ла ватылыу башлана. Тимәк, ҡайһы ғына ағзабыҙ ауыртһа ла бөтөн системаны яйға һалырға кәрәк. Мәҫәлән, йөрәк ауырта башланы тей. Йөрәкте генә дауалауҙы маҡсат итеп ҡуйһаҡ, йөрәк дарыуҙары ғына эсһәк, нәтижә булмаҫҡа ла мөмкин. Сөнки йөрәктең эшсәнлеге туп – тура бауырға, ашауға, эсәктәрҙең дөрөҫ эшсәнлегенә бәйле. Хатта хандрос, эс ҡатыу күренеше булһа, йөрәк ҡыҫа, ауырта, ҡан баҫымы һикерә башлай.( Бер таныш ҡатын шылтыратты. Йөрәгем ауырта, дарыу алып эсә һәм уколға йөрөй башланым тип. Мин уны йыш күреп торғанға, йөрәгенең ауыртыуына шигемде белдерҙем һәм табибҡа барырға, йөрәген тикшертергә кәңәш иттем. Моғайын, хандрос баҫҡандыр тинем. Хандрос та йөрәк ауыртҡан кеүек күренеш бирергә мөмкин. Кеше тиҙерәк йөрәк дарыуы эсә, әммә йөрәк ауыртыуы бөтмәй. Массаж яһап, ҡатҡан арҡаны яҙып ебәргәс, йөрәккә бара торған ҡыҫылған сосудтарҙы азат иткәс, йөрәк нормаль туҡлана башлай. Табиб та мин әйткәнде әйткән, массажға барырға ҡушҡан. Ә укол, дарыуҙарҙы туҡтатырға тигән.) Шулай уҡ эс ҡатыуҙы бөтөрмәһәк, йөрәктең ауыртыуы бөтмәҫкә, ҡан баҫымы нисек һикергән шулай һикерергә мөмкин. Сөнки эс ҡатыу ваҡытында кеше үҙенең сереп, әсеп ятҡан ризығы менән ағыулана башлай, ҡатҡан тиҙәк эсәктең стенкаларына йәбешә, ризыҡ, һыу үтмәй. Организм көсәнә, ҡыйынһыҙлана.. Күгәргән ризыҡты ашаһаҡ, шулай уҡ ағыуланабыҙ бит. Бында ла нәҡ шул хәл. Ағыуланған ҡан – яраҡһыҙ. Йәки үт насар сыға тей. Ҡан баҫымы мотлаҡ һикерә башлай. Сөнки үт ашаған ризыҡты ваҡлай, уны капиллярҙар һурырлыҡ итеп нано өлөштәргә тарҡата. Үт юҡ йәки насар сыға тей. Шул ашаған ризыҡты эшкәртәбеҙ тип, эсәктәр көсәнә, ашҡаҙан аҫты биҙе беҙгә ярҙам итәм тип, ауырлыҡ кисерә. Бөтөн организм көсләнә(напрягается) һәм әлбиттә ҡан баҫымы күтәрелә. Көсәнгән ерҙә һәрваҡыт баҫым арта бит.


Беҙҙең төп йортобоҙ – тәнебеҙ тинек. Уның шулай икәнен беҙ аңлайбыҙмы һуң? Юҡ тип әйтергә була. Ни өсөн тигәндә - бөтөн йәмғийәт менән сиргә баттыҡ. Ябай ғына сирҙәрҙе лә дауалай алмайбыҙ. Кемдер ошонда уҡ “Медицина көсһөҙләнде, табиптар дауалай алмай,”- тип уйлар. Юҡ, мин бының менән килешә алмайым.Табиптар тырыша, үҙ хеҙмәтен башҡара. Миңә ҡалһа, беҙ әҙәм балалары, дауалай алмаҫлыҡ, дауалаған осраҡта ла еңә алмаҫлыҡ, көсһөҙләнә барабыҙ. Дауалай алмаҫлыҡ көсһөҙләнә барабыҙ икән, тимәк эстән беҙҙе һаҡлап, сиргә, стресстарға, ауырлыҡтарға, инфекцияларға ҡаршы тороусо көстәребеҙ йәки фәнни тел менән яҙһаҡ, иммунитетыбыҙ түбәнәйә бара.Уның сәбәптәре тураһында яҙмаларҙа күп яҙылды, ҡабатлап тормайым. Ә иммунитет күп нимәнән тора. Тик һүҙ иммунитет тураһында түгел. Ә уны тейешле дәрәжәлә беҙгә тәэмин итеп торорға ярҙам итеп тороусо ағзаларҙың береһе – үт ҡыуығы тураһында барасаҡ. Күп тапҡырҙар мин үт ҡыуығы тураһында әҙләп булһа ла мәғлүмәт бирергә тырышам. Ә бөгөн уның тураһында тәфсиләберәк йәки ентекләберәк яҙырға булдым.


Үт ҡыуығы алдырылған, үт ҡыуығында таш, ҡом булған, полип үҫкән, үт ҡуйырған, шуға йүнләп сыҡмай интегеүселәр... Был исемлек көндән – көн арта ғына бара. Арта барыусылар һикһән – туҡһан йәшлектәрҙер тип уйлаһаҡ, ялғышабыҙ. Ҡыҙғанысҡа,йәшәрә бара. Колхоздар – совхоздар гөрләп эшләп торғанда, беҙҙең ауылда дүрт йөҙгә яҡын кеше йәшәгәндер, тик бөтөн ауылға хатта бер кешенең дә үт ҡыуығын алдырғанын хәтерләмәйем. Бәлки, хәҙер инде барҙыр.
Кәңәш һорап шылтыратыусыларҙың иң беренсе үт ҡыуығын тикшерткәне бармы, уның торошоноң нисек икәнен һорашам. Һәм ҡыҙғанысҡа, күптәрҙең үт ҡыуығының булмауы һәм унда проблема бар икәне асыҡлана.ШУНЫҺЫ ТАҒЫН ДА ҠЫҘҒАНЫСЫРАҠ, КҮПТӘР НИМӘ УЛ ҮТ ҠЫУЫҒЫ, ҠАЙҘА УРЫНЛАШҠАН, УНЫҢ ФУНЦИЯҺЫ НИМӘЛӘ, НИ ӨСӨН КӘРӘК ТИГӘН ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИРӘ АЛМАЙҘАР. Барыбыҙҙа наҙан тип һығымта яһайбыҙмы? Юҡ!!! Барыбыҙ ҙа төп йортобоҙға иғтибар итмәйбеҙ, уны белмәйбеҙ,өйрәнмәйбеҙ, уның инструкцияһын аңламайбыҙ тип әйтеү дөрөҫ булыр. Ә ул белемдәр иң беренсе ғәиләлә, мәктәптә, уҡыу йорттарында бирелергә тейештер, моғайын.


Нишләп тағын шундай һығымта яһаным мин? Был яҙманы яҙырға бер атна элек кенә йәш бер егеттең килеүе этәреш булды. Яңы ғына юғары уҡыу йортон бөтөргән, әле ғәилә лә ҡормаған был ететтә панкреатит ине. Приступ булып, хастаханаларҙа ятып сыҡҡан. Бары тик етмеш – алтмыш грамм ғына торған ашҡаҙан аҫты биҙенең ниндәй ағза, ни өсөн кәрәклеген, уның функцияһын үтәүҙә бауыр һәм үт ҡыуығының да мөһим роль уйнағанын аңлау, бөтөнөһе бергә, берҙәм эшләргә тейеш икәнлеген аңлау бөтөнләй юҡ ине. Бары тик ашҡаҙан аҫты биҙенең генә функцияһын дауалауҙы ғына маҡсат итеп ҡуйған. Ә ашҡаҙан аҫты биҙенең әйбәт эшләүе бауырға бәйле икәнен һәм үт ҡыуығының үте насар сыҡһа, ашҡаҙан аҫты биҙенә ныҡ ауырлыҡ килгәнен көскә аңлаттым. Ошо урында бауыр һәм үт ҡыуығы сәләмәт булһа, ашҡаҙан аҫты биҙе ауыртмай, уға бәйле шәкәр диабеты, панкреатит, шештәр,һ.б. сирҙәр булмай тип әйткем килә!!!(Һуғылыу, бәрелеү булмаһа!) Шуның өсөн ашҡаҙан аҫты биҙен дауалағанда иң беренсе бауырҙың эшсәнлеген яйға һалырға кәрәк. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, бөгөнгө көндә башҡалала престижный эштә эщләгән егеткә өс сәғәт буйына анатомия һөйләп, тәфсилләп аңлатып ебәрҙем. Һыуҙы әҙ эсеүе, ашауҙың күберәк кафеларҙа ҡапҡылау менән булыуы, физик активлыҡ әҙ булыуы билгеле булды.Компьютер алдында күп ултырып эшләү арҡаһында эсенең һәм шулай уҡ арҡаһының күкрәккә хәтле тоташ бер ҡатыу менән ҡатыуының да ашҡаҙан аҫты биҙенең ҡыҫылыуына еткереүен, шуның арҡаһында ул ағза үҙ иркендә рәхәтләнеп эшләй алмауын аңлаттым. “Йога по улучшению работы внутренних органов,”- тигән асаныларҙы ҡараныҡ. Инде әллә нисә тапҡыр приступ булып, хастаханаларҙа ятыуы билгеле булды, был хәлдән хафаға ла ҡалып, был ауырыуының сәбәбенә төшөнөргә тип килгән ине. Әлбиттә, кәмә ҡомға терәлгәс кенә уйлай башлау, бигерәк тә йәштәрҙең, күңелһеҙ хәл. Сәнки был ағза оҙаҡ түҙә, башта слабый сигнал биреп ҡарай, тик беҙ ишетмәйбеҙ. Аннары инде ныҡлап бәрә. Ул инде “поломканың” етдилеген күрһәтә торған сигнал була.
Үт ҡыуығынан ситкәрәк киттек. Әйҙәгеҙ, Һәрберебеҙ үт ҡыуығының нимә икәнен ябай ғына һүҙҙәр менән аңлайыҡ әле.Түбәндәге һорауҙарға яуап эҙләйек.


1.Нимә ул үт ҡыуығы?
2.Ҡайҙа һәм ни өсөн урынлашҡан?
3.Ниндәй роль уйнай?
4.Үт нимә өсөн кәрәк, ул булмаһа организм ниндәй ҡыйынлыҡтар кисерә?
5.Уның функцияһын нисек һаҡларға?
6. Үт ҡыуығы кәрәкме?


- Үт ҡыуығы бауырҙың ҡырыйында урынлашҡан һәм бауырға протокалар(шлангалар менән тип уйлағыҙ) менән бәйле. Нишләп бауыр менән бәйле һәм уның аҫҡы яҡ өлөшөндәге соҡорға инеп һыйынған? Сөнки уның үҙендә үт барлыҡҡа килмәй,ул буш һауыт, ҡыуыҡ. Ә уға үт ҡайҙан килә? Бауырҙан!!! Бауырҙы үт яһау заводы тип уйлайыҡ, унда барлыҡҡа килгән үт протока – торбалар аша резервуарға сығып тора. Үт ҡыуығына үт полуфабрикат ҡына булып килә. Унда әле һыу өҫтәлеп, ул беҙгә яраҡлы консистенциягә етә.(Бына ни өсөн мөһим һыу эсеү.) Үт ҡыуығына – резервуарға йыйылған үт тейешле хәләтенә еткәс, әҙер була.


- Ә үт нимә өсөн кәрәк һуң? Үт беҙ ашаған ризыҡты тарҡатыу, бик ныҡ ваҡлау һәм уны зарарһыҙлау өсөн кәрәк. Зарарһыҙлау йәки обеззараживать. Беҙ ашаған ризыҡта бит төрлө инфекциялар,мәҫәлән ыҫланған, тоҙланған ит ризыҡтарында, еләк – емештәрҙә лә, һәм башҡа ризыҡтарҙы, һыуҙа ла зыянлы бактериялар, ҡорттар, бәшмәктәр булырға мөмкин тип, эстәге хәләтебеҙ беҙҙе алдан уҡ һаҡлап, ҡотҡарып тора. Йәки әсе, антисептик көскә эйә үтте сығарыу алдан уҡ беҙ доньяға барлыҡҡа килгәнсе үк программалаштырылған, бауырҙың бер өлөшө шул үтте сығарыу өсөн ҡулайлаштырылған.Беҙ ҡорттарға, бәшмәктәргә, инфекцияларға, зыянлы бактерияларға бирешмәһен, улар беҙҙе ҡыйратмаһын өсөн тип,Аллаһы Тәғәлә шул шыйыҡсаны яһай торған хәләтте беҙгә индергән. Беҙҙең ашаған ризыҡтан бауыр тигән фабриканың бер бүлеге төрлө химик процесстар аша үт яһай һәм уны резервуарға – үг ҡыуығына этеп сығара. Үт ризыҡ ашағанда ғына кәрәк, сигнал килә беҙ ашай башлағас, шул ваҡытта ул беҙ ашаған ризыҡ янына үникеле эсәккә сыға. Беҙ ашаған ваҡытта үт ҡыуығы ҡыҫҡартыла йәки мускулдары менән үтте этеп сығара. Беҙ ашап бөтөүгә,ул иҙерәп, кире “расслабленный” хәләтенә ҡайта.Бының өсөн уның стенкалары шундай фермент бүлеп сығара. Йәки кран асыла һәм ябыла. Өҫтә яҙып киткән егеттең көндәр буйы компьютер алдында ҡыҫылып ултырыу арҡаһында, уның үт ҡыуығы ла ҡыҫылған, тимәк унан бер нисек тә тейешле дәрәжәлә үт сыға алмай. Ул торғонлоҡта ҡуйыра, ташҡа,ҡомға әйләнә башлай. Хатта унда полип, шештәр, һыу барлыҡҡа килә башлай. Бөтөн ағзалар хәрәкәттә, уларҙың да мускулдары ҡыҫҡартылып торорға тейеш.Мускулдар ҡатып, шәлперәп торһа, харап эштәр. Ағзалар ҙа йүнләп эшләмәй башлай. Бына ни өсөн балаларға комп.телефон менән ҡатып оҙаҡ ултырырға бирмәҫкә кәрәк. “Хәрәкәттә бәрәкәт,”- тигән халыҡ.
- Үт эсәккә сыҡты тей.Нимә эшләй һуң ул унда? Нишләп беҙҙең аҡыллы аппаратыбыҙ уны беҙ ашауға йәһәт кенә сығарып та бирә? Ошо урында күптәрҙең үт ҡыуығына ҡарата битараф булыуҙарын һәм унһыҙ ҙа йәшәп була тигән йәмғийәттә ныҡ ҡына урынлашҡан фекергә туҡталаһы килә. Ошо фекер күптәрҙе был ағзаға ҡарата битарафлыҡҡа этә лә инде.


Ҡыуыҡ тип әйтеүгә ҡарағанда резервуар тиһәк аңлайышыраҡ булыр. Резервуар тормошта нимә өсөн кәрәк? Нефть, газ, һыу, бензин, керосин, һ.б. шыйыҡсалар тултырыу өсөн, уларҙы һаҡлау өсөн. Кәрәк саҡта ағыҙып алалар. Үт ҡыуығы ла нәҡ шундай роль уйнай. Ниндәй? Уның да краны асыла, ябыла.


Тимәк, беҙҙең тәнебеҙ дөрөҫ функционировать итеп йәшәһен тиһәк, беҙ тәнебеҙҙең дөрөҫ функционировать итеү инструкцияһын, уның төҙөлөшөн, ниндәй тәрбиә талап иткәнен, ҡайһы ерҙә ниндәй ағза булғанын, уның йәшәйеш принциптарын яҡшы белергә тейешбеҙ.Ер йөҙөндә иң ҡиммәтле аппарат – ул беҙ үҙебеҙ. Ул аппарат менән дөрөҫ ҡулланыу инструкцияһы беҙҙең башыбыҙҙағы уйға бәйле. “Не важно сколько в кармане денег у человека, важно какие мысли в голове,” тейелә “Мудрые мысли”тигән китапта.


Иң мөһиме – баштағы уйҙың дөрөҫлөгө. Ә баштағы уй дөрөҫ булһын өсөн белем йыйыу кәрәк. “Белемле меңде йығыр,белемһеҙ берҙе йығыр,”- тей халыҡ мәҡәле. Үҙеңә ҡарата вайымһыҙлыҡ, ваҡыт етмәүгә һылтаныу, юҡҡа – бушҡа ваҡытты күп сарыф итеү- былар барыһы ла иң төп йортобоҙҙо аңлауҙан ситләштерә.”Кешенең бөтөн бәләләре – үҙ йортонан ситләшеүҙән башлана. Үҙеңде тәрбийәлә, ярат, сөнки ул һинең берҙәнбер йәшәй торған урының. Үҙеңде емереүсе, ватыусы дошманды күргең килһә, көҙгөгә ҡара, уны еңһәң, ҡалғандары үҙҙәре ҡасып бөтөр,”- тейелә аҡыллы әйтемдәрҙә.


Әлбиттә, тормош мәшәҡәттәрен, ғәилә лә, эштә лә,йәмғиәттә лә үҙебеҙҙең вазифаларҙы ситләп үтә алмайбыҙ. Ә бына һаулыҡ ныҡ булһа ғына беҙ ул өлкәләрҙең барыһында ла үҙебеҙҙе бәхетле, тулы шәхес итеп тойоп йәшәй алабыҙ.Нисек иттереп сәләмәтлек тигән бәхет ҡошон ҡулдан ысҡындырмайынса йәшәргә һуң? “Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ,”- тип ата – бабайҙар борон – борондан әйтә килгән, был һүҙҙәрҙе тура мәғәнәһендә аңларға кәрәк.
Беҙҙең тәнебеҙҙең эшсәнлеген тиҫтәнән артыҡ ағзалар тәэмин итә. Береһе тураһында ла “Ул ағзаһыҙ йәшәп була, ул миңә кәрәк түгел,”- тип уйларға ла ярамай.Бөтөн тормошҡа аша торған ғәмәлдәр уйҙан башлана. Ә уйҙың дөрөҫ – дөрөҫ булмауы йыйған белемгә бәйле. Әлбиттә, юғары белем алған, бөгөнгө көндә кеҫәһендә диплом булыу ҡыуаныслы күренеш ине теге егеттең дә, тик үҙенең төп китабын – тәнде ҡулланыу инструкцияһын белмәүе – ҡыҙғаныс хәл. Был белемһеҙлек ғүмерҙе лә ҡыйырға мөмкин! Кем ғәйепле?

Ике сысҡан тураһындағы ҡиссаны күптәр беләләрҙер тип уйлайым.Иҫкә төшөрөп, йөкмәткеһен яҙып китәм.Ике сысҡан һөтлө көршәккә төшкәндәр. Батып үлмәҫ өсөн, тәпиҙәре менән һөттө ишә башлағандар.Ишәләр, ишәләр, ә бер ниндәй ҙә фәтеүә юҡ.Арып хәлдән тайғандар һәм сысҡандың береһе барыбер сығып булмай тип ҡул һелтәгән дә һөткә батып үлгән. Ә икенсеһе үжәтләнеп тәпиҙәре менән һөттөң өҫтөндә һаман ишкән. Ишә торғас, һөттән май бешкән һәм май буйлап үрмәләп һөтлө кувшиндан сыҡҡан.
Халыҡ фольклорына күҙ һалһаң, ғәжәпкә ҡалаһың.Һәрбер әйтем, мәҡәл үҙе бер китап яҙырлыҡ философияға эйә. Бер нисә һүҙҙән генә торған мәҡәлде төбөнә төшөп аңлар өсөн дә ныҡлы уйланырға кәрәк.Ҡиссалары ла беҙҙе хаталы, ялғыш уйҙан, аҙымдан аралап торор өсөн меңәр йылдар элек үк яҙылған. Ике сысҡандың ҡайһыһына мин оҡшағанмын тип кеше уйланһын тигәндәр бит инде.
Мин һаулыҡ темаһына күберәк яҙған өсөн, үҙебеҙҙе сир көршәгенә төшөп батҡан сысҡандар хәлендәбеҙ һәм күп сирҙәрҙе йырып сығыр өсөн башты эшләтергә, сирҙе йырып сыҡҡансы ҡара тиргә батып ишергә лә ишергә ҡала тип яҙғым килә. Кешенең үҙенә тырышырға кәрәк!!! Уйы, ихтыяр көсө, теләге менән. Ҡалғандар ярҙамсы ғына!!!


Ғүмер өсөн көрәшеү һәм мөғжизәле, табиптарҙы ла, яҡындарын да хайран ҡалдырып аяҡҡа баҫҡан, терелгән осраҡтар күп. Шуларҙың береһе Сергей Бубновский. Медицина фәндәре докторы, ғалим, хәҙерге заман кинезетерапия мәктәбенә нигеҙ һалыусы.Уынң методикаһы буйынса сәләмәтләнеү үҙәктәре күп республикаларҙа, яҡын илдәрҙә,ҡалаларҙа бар. Хатта беҙҙең күрше Лениногорск ҡалаһында санаторий ҙа бар. Умыртҡалыҡ һөйәге, быуындар һәм башҡа сирҙәрҙән ҡотолоу буйынса күнегеүҙәр видеолары бар. Ә бит юлдың башы теге ике сысҡан яҙмышына ҡалған фажиғәле хәлдән башлана. Аллаһы Тәғәлә уға үлем янаусы һынау биреп, башына белем индерә, ошо белем меңәрләгән кешеләргә аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Егерме ике йәшендә армияла хеҙмәт иткән ваҡытта тайғаҡ юлда ГАЗ- 66 машинаһы тайып төшөп китә, бик ныҡ ватыла, ә С.Бубновксий “как лист был помят” Атай - әсәйенә улығыҙ үлде тип хәбәр бирәләр,егерме көн комала ята. Һынмаған – ватылмаған бер ере лә ҡалмаған була. Алты ай хастахана, күп һанлы операциялар, “по кусочкам”йыялар.Барыһына ла түҙә, тырыша. Үҙе тырышмаһа... Инвалид, коляска. Ныҡ һыҙланыуҙар. Тик ул был хәләттә йәшәгеһе килмәй... Уйы ныҡ көслө була. Тән уйға буйһона. Мысли материальны!!! Бөгөнгө көндә бөтөн ғәләмгә билгеле шәхес, күп һанлы китаптар авторы. Иң мөһиме үҙен тулыһынса аяҡҡа баҫтырған кеше. Яҙмышы ҡыҙыҡһындырһа, инеп уҡый алаһығыҙ.
Аҡ йәймәләр йәйелгән хастахана ла ятһаҡ та, өйгә ышанысы юҡ тип ҡайтарылһаҡ та, йылдар буйына интектергән хроник ауырыу йәтмәһенә эләкһәк тә, сирҙе еңеп сығырға ныҡлы теләк, ихлас ынтылыш,ғөзөрле доғалар, кисерә алмағандарҙы кисереү, эстәге рәнйештәрҙе – үпкәләрҙе илап сығарыу, насар уйҙарҙан таҙарыныу, тайғаҡ юлдан сығыу,алда изге теләкле яҡшы пландар ҡороу... Эш етәрлек! Сир менән бер ниндәй ҙә килешеү төҙөү кәрәк түгел!!! Баҫып ингән дошманды илдән ҡыуған кеүек, сир ҙе лә.До Победного! Сиргә еткергән сәбәптәрҙе бөтөреү ныҡ мөһим. Уй, ашау – эсеү, холыҡ – фиғыл, ғәмәл хаталары... Барыһын да төҙәтергә кәрәк тейҙәр бөйөк табиптар. Кемебеҙҙең төҙәтәһе исемлеге күп, кемдекелер әҙ.


Сирҙән арыныу философияһынан конкрет үт ҡыуығына әйләнеп ҡайтайыҡ. Үт ҡыуығының нимә икәнен һәм ниндәй роль үтәгәнен ябай ғына һүҙҙәр менән аңланыҡ. Бөгөнгө көндә милләт күләмендә үт ҡыуығын һаҡлап ҡалыу тураһында уйламаһаҡ, эштәр харап. Уның үтәгән роле тураһында беренсе яҙмала уҡыныҡ, тик барығыҙға ла өҫтәмә сығанаҡтарҙан уҡып, белемегеҙҙе киңәйтергә тәҡтим итәм. Иң беренсе уны сиргә алып барып еткермәү профилактик сараларҙы ҡарап үтәйек, БАЛАЛАРҘЫ БӘЛӘКӘЙҘӘН ӨЙРӘТӘЙЕК!!! Өйрәтһәк, өйрәнәләр! “Алтылағы алтмышта,” – тигән халыҡ. Ябай ғына ҡәғиҙәләрҙе үтәһәк, ҡартайып был яҡты доньяларҙан киткәнсе тоғро хеҙмәт итәсәк ул беҙгә.


- Медицина үҙәктәренә үҙәк көйөү, ашҡаҙанда ауырлыҡ, ризыҡ оҙаҡ эшкәртелмәй башлау, кикереү, уң яҡ ҡабырға аҫтында сәнсеү, иртәнсәк ауыҙҙан еҫ килеү, тел ағарып тороу күренештәре була башлауға уҡ, мотлаҡ барып УЗИ үтеп, үт ҡыуығын, бауырҙы, ашҡаҙан аҫты биҙенең хәләтен тикшереп торорға кәрәк. Ваҡытында үҙ хәләтеңде белеү - сирҙе еңел еңеп сығырға ярҙам. Ә бына үҙебеҙ ябай ғына юлдар менән нисек иттереп, бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ, ҡиммәт булмаған, һәр беребеҙҙең ҡулынан килә торған саралар ҡулланып, ауыр сирҙәрҙе урап үтә алабыҙ???


- Иртәнсәк йоҡонан торғас, мотлаҡ бер – ике - өс(кем күпме булдыра ала, ғәҙәтләнмәгән булһаҡ, әҙләп күенегергә кәрәк) тән йылыһынан өс – дүрт градусҡа йылыраҡ таҙа һыу эсәйек. Ашыҡмай, йотомлап, белгән доғаларыбыҙҙы уҡып, ләззәтләнеп. Бер – нисә минуттан икенсеһен.Был процедура кисә ашағандан ҡалған, сереп, әсеп,төрлө зыянлы бакт,паразиттар, бәшмәктәр үрсеп ятҡан ашҡаҙандағы, эсәктәге ҡалдыҡ ризыҡты йыуып алып сығып китә. Ул ҡалдыҡ өҫтөнә бөгөн ашаясаҡ ризыҡ төшөп ятмаһа файҙаға ғына бит.Күҙ алдына килтерәйек. Кистән ашаған ризыҡ тәлинкәлә ҡалды тей, төнө буйы әсеп торҙо, иртәнсәк тағын шул һауытҡа иртәнге ризыҡты һалып ашайбыҙ тей. Ашҡаҙан да нәҡ шул тәлинкә.Ашҡаҙанды йыуҙыҡ. Өсөнсө стаканды берәр төрлө шул үрсеп ятҡан, шеш үҫтерә башлаған, ашҡаҙан, эсәк стенкаларына йәбешеп, язва, гастрит тыуҙырып торған “дошмандарҙы” парализовать,үлтереп,хәлдәрен бөтөрөп алып сығып китергә булышлыҡ иткән берәр нимә эсергә кәрәк. Улар поджелудочныйға ла, үт ҡыуығына ла инәләр, оялайҙар, уларҙың протокалаында оялап, ферменттарға сығырға ҡамасаулайҙар, функцияларын боҙалар. Протокаларында непроходимость яһаһалар, эштәр харап. Ферменттар әсе, улар йыйыла, сыға алмай. Һәм һарыу ҡайнай, ауыҙҙан әсе тәм килә. Ағзаларҙа приступ булырға мөмкин. Ниндәй антипаразитарный эсергә һуң?


- Был осраҡта һәркем үҙенә оҡшағанын һайлай. Ваҡлап туралған һарымһаҡ, онталған ҡәнәфер, кипкән әрем( аллергия булмаһа!!!), имбирь, куркума порошогы. Ни өсөн? Сөнки былар әсе ризыҡтар. Ә үрсеп ятҡандар барыһы ла әсене яратмай. Бигерәк тә әремдең әсеһен. Әрем - иң әсе үлән. Өсөнсө стакан һыуҙы эсер алдынан кем нимәне һайлай эсергә шуны ауыҙға ҡабабыҙ ҙа бер – ике йотом һыу менән йотабыҙ.Һыуҙы эсеп бөтөрмәйбеҙ, сөнки ашҡаҙанға төшөп беҙ һайлаған порошоктар, әрем орлоғо йәки порошогы әле парализовать итергә тейеш. Бер нисә минуттан һыу менән уларҙы артабан йыуып сығарабыҙ ашҡаҙандан. Артабан уникеле эсәктә, ас эсәктә( уның стенкаларында бик күп эреле – ваҡлы паразиттар, зыянлы бәшмәктәр оялап тора тип яҙалар ғалимдар, бигерәк тә уларҙы ҡыуаларға кәрәк) һыу менән килгән антипаразитарный нимәләр уларҙы артабан ҡыуалай.


- -Ни өсөн һыуҙы етешле эсергә кәрәк? Бөтөн ағзалар ҙа, лимфалар ҙа, ҡан юлдары ла йыуылырға, яңы көнгә әҙерләнергә тейеш.Бигерәк тә - бауыр. Ул фабрика иртәнсәк кенә түгел, төнө буйы химик процесстар менән эшләп тора. Һәм унда ла һыу бысыранды, таҙа һыу менән һуғарып, бысыранғанын ҡыуалап сығарырға кәрәк. Бына ошонда инде үт ҡыуығы һыу көтөп тора. Сөнки унда әле полуфабрикат ҡына үт. Етешмәгән әле!!! Һыу килеп, протокалары ла йыуылғас, үт нормалльләшеүгә, үт ҡыуығы беҙ ашауға үт сығара. Уникеле эсәккә ашҡаҙандан сыҡҡан ризыҡ тиҙ арала үт менән зараһыҙландырыла, онтала, артабан китә. Эсәктәр микрокапиллярҙар аша һура, тән туҡланыу ала. Был тәртип боҙолһа, үҙегеҙ аңлайһығыҙ.Үт ҡыуығы ҡата, протокалары эластичность юғалта, үт сыға алмай ташҡа, ҡомға, полипҡа әйләнә. Ашаған эшкәртелмәй, ашҡаҙанға ауыр. Ашағаным таш булып тора тиҙәр ҡайһы берәүҙәр.Сөнки алдан ашаған ризыҡ китә алмай йә оҙаҡ китә, алдағы ризыҡ онталмаған әле. Поджелудочныйға ла ауыр, борсола, аптырағас үт урынына үҙенең ферментын күберәк бирергә тырыша, һыҙлана, көсәнә. Уның ферменты ла сыға ашағас. Тик үт ҡыуығы менән бергә эшләһәләр генә уға еңелерәк. Хужаны ҡотҡарырға кәрәк.Көсәнә, һыҙлана, ауырта.Бер тоҡ картуфты ике кеше күтәрһә еңелме, әллә бер кешеме? Иртәнге һыу процедураһы бик мөһим. Бына ошо процедураны эшләп торһаҡ, үт ҡыуығыһыҙ ҡалмамаҫбыҙ, Алла бойорһы! Панкреатит, диабет урап үтер. Нәҡ ошо тәртип боҙолһа, ашҡаҙан аҫты биҙенә ауырлыҡ килә. Бигерәк тә эс ҡатыу күренеше булһа, унан нисек тә булһа яйын табып, өйрәнеп ҡотолорға кәрәк. Эс ҡатҡан көйө ризыҡ ашаһаң, ул корабль айсберга барып бәрелгән кеүек. Катастрофа! Был йәһәттән Виталий Островскийҙың “Как избавиться от запора?” тигән видеоларын ҡарарға була. Төрлөләре бар.


- Иҫкәрмә! Аллергия булған осраҡта, үҙегеҙгә нимә ярағанын – ярамағанын иҫкәртеп һайлайбыҙ! Антипаразитарный әрем, һарымһаҡ, һ.б. әҙҙән башлап,үҙ хәлебеҙҙең торошон аңлап ҡына башлайбыҙ. Етди сирҙәр булған да табиптар менән кәңәшләшәбеҙ. Кемгә нимә ярай, реакцияға ҡарайбыҙ,ашыҡмайбыҙ. Эсә башлағас, таҙарыу процесстары башланырға мөмкин, урыҫса әйтһәк “обострение” Ашыҡмайынса, әкренләп өйрәтһәк тәнебеҙҙе, ул осраҡта йомшаҡ ҡына таҙарыныу бара.


-“Бер атна, ике атна эсергәме,”- тип һорайҙар. Мин был һорауға һорау менән яуап бирәм. Ике атнанан ашауҙан туҡтаһағыҙ, була. Ә беҙ ашайбыҙ икән, тимәк ғалимдар яҙғанса, беҙҙе ҡыйратыусы бәшмәктәр, паразиттар, зыянлы бактериялар, инфекциялар ашағандан ҡалған ризыҡта гел үрсеп торалар. Төн сыҡҡансы миллионлап үрсейҙәр. Йылы, ризыҡ бар, еүеш. Уңай шарттар тулыһынса бар.Тимәк, антипаразитарная программа ғүмер буйы үтәлергә тейеш!!! Ҡыйын булмаған был иртәнсәкке һыу эсеү ритуалы йөҙәрләгән сирҙәрҙән кәртә булып торғанын йәшәй – йәшәй аңларбыҙ.
-Һыу эсеү ритуалынан һуң актив хәрәкәтләнеү күнегеүҙәре булһа тағын да әйбәт. Кем ниндәйен һайлай, һәркемдең үҙ теләге һәм мәйеле.Һыу эсә - эсә яһай кемдер, кемдер беренсе стаканын эскәс яһай, кемдер башта яһай шунан эсә, кемдер эсеп, һеңеп бөткәс. Был осраҡта бер генә тест үҙегеҙгә яһайһығыҙ. Үҙ хәләтегеҙ нимә тей?


-Бөтөн ҡалдыҡ ризыҡты ҡыуалап төшөрҙек. Бөтөн ағзалар еңел һулай, хәрәкәтләнә, мускулдар ҡыҫҡартыла, лимфалар бысыраҡ һыуҙы ҡыуалай, тән яңыра. Көн дә иртәнсәк ҡояш яңынан тыуа, яңы иртә тыуа. Беҙ ҡыуанабыҙ. Беҙҙең төп йортобоҙҙа ла шул хәл булырға тейеш. Мусорҙы сығарҙыҡ, таҙа һыу менән территорияны йыуҙыҡ.Заводтар, фабрикалар ГӨРЛӘП эшләй башланы. Әйбәт бит. Ошо йорттоң хужаһы бәхетле, сәләмәт булһын өсөн барыһы ла эшләй.


- Иртәнсәк мотлаҡ көнө буйына энергия бирерлек ризыҡ ашау мөһим генә түгел, ә бөтөн ашҡаҙан – эсәк юлы( урыҫса тракт йәки жкт тип атала) әйбәт эшләһен өсөн ашау мөһим. Икмәк, печенье, кәнфит, һөтлө сәй, үлән сәйе, бөтерброд,ботҡа, күкәй,һ.б. Ҡайһы ризыҡ файҙалы, үҙенә нимә ярай, һәркем үҙе хәл итә.Файҙалы ризыҡ ашайыммы, юҡмы тигән уй сирләй башлағас ҡына килә беҙҙең башҡа. Шунан инде өҫтәлдән күп ризыҡ юҡҡа сыға.Нимә генә ашаһағыҙ ҙа ашар алдынан салат – һепертке йәки батшалар салаты ашаһағыҙ, ул алдан юл ярып барыр, ашҡаҙандың,эсәктәрҙең ворсинкаларында, ҡарталарында йәшеренеп, ҡасып ятҡан ризыҡ ҡалдыҡтарын һепереп сығарыр, эс ҡатыуы булмаҫ.. “Клетчатка ашағыҙ, перистальтика будет хорошая,”- тип юҡҡа ғына яҙмайҙар. Перистальтика ул эсәктәрҙең ашаған ризыҡты этеү йәки эсәктәр буйлап ҡыуалай торған көсө. Батшалар салаты – ваҡ ҡырғыстан ҡырылған, ваҡлаусы аппаратта ваҡланған(миксер) бешмәгән сөгөндөр, кишер салаты. Уға нерафинированный май һалып ашайҙар. Сәтләүектәр, орлоҡтар ҡушып ашарға була. Был йәшелсәләр иң арзаны һәм иң файҙалыһы. Барыбыҙ ҙа таба алабыҙ!


- Иртәнсәкке ҡыйын булмаған һыу эсеү ритуалы, еңел генә актив күнегеүҙәр, батшалар салаты ашау ғына ла беҙҙе үт ҡыуығын да, ашҡаҙан аҫты биҙен дә һәм иң ҙур ағза, иң мөһим ағза – Бауырҙы төрлө яман сирҙәрҙән һаҡлап алып ҡалыр.
Был яҙманың дауамы. Киләһе яҙмала престижный эш тапҡан, тик үҙенең тәненең инструкцияһын юғалтҡан егетебеҙгә әйләнеп ҡайтырбыҙ.

Алда яҙылған ике яҙманан сығып, түбәндәге һығымтаны яһайбыҙҙыр. Үт ҡыуығы ла, ҡалған ағзалар ҙа беҙҙең тәнебеҙгә юҡҡа ғына индерелмәгән, уларҙың һәрбереһенең һис тайпылышһыҙ үтәй торған бурысы бар. Бер ағзаның эшсәнлеге икенсеһенә бәйле.Ошо ағзаларҙың һәрбереһенең функцияһын өйрәнеү, уның ниндәй тәрбиә көткәнен аңлау, уға зыян һалмайынса йәшәү – беҙҙең төп бурыс.

Беҙҙең алдағы яҙмаларҙағы тарихтың егете лә ошо бурысты теләһә лә, тәләмәһә лә аңларға, белергә тейешле һыҙыҡҡа килеп еткән ине. Сөнки ашҡаҙан аҫты биҙенә бер нисә тапҡыр приступ булып хастаханаларҙа ятып сығыуы – ул бик етди сигнал. Әгәр ҙә һығымта яһамаһаҡ,бер көн килеп ғүмер ҙә ҡыйылырға мөмкин.”Поджелудочная железа самый уязвимый орган,” – тип яҙалар. Ул ағзала етди приступ булыу осрағы булһа, һис кисектермәйенсә табиптарға мөрәжәғәт итеү, уларҙың йәки нутрицологтар тәҡтим иткән ҡәтғи диета буйынса ашау, бер ваҡытта ла уны боҙмау мөһим.Майлы, ҡыҙҙырылған,ауыр ризыҡ ашау, һыуҙы бик әҙ эсеү, бер ашағанда күп ашау, ашағас йоҡларға ятыу, эс ҡатыу, ашҡаҙанда ризыҡтың оҙаҡ ятыуы, иҫерткес эсемлекте самаһыҙ эсеү,хатта ҡалаҡ һөйәге,ҡултыҡ аҫтындағы тәндең өлөшөндә барлыҡҡа килгән хандрос, ҡан төшөү хәләте лә ашҡаҙан аҫты биҙенең эшсәнлегенә ауырлыҡ килтерә.

Ошо темаға ике тарих яҙып китәм.Бер таныштың ҡустыһы шылтыратты.”Миндә панкреатит. Бер ун тапҡыр хастаханала ятып сыҡтым инде. Һуңғы тапҡыр чуть китеп барманым.Мин дуҫтар менән йыйылып,шашлык ашарға, араҡы ла эсергә яратам.Нишләп мин был тормош рәхәтлектәренән мәхрүм йәшәргә тейеш? Табиптар диета тотоп йәшәргә тейешлектән башҡаны әйтмәйҙәр.Миңә ашҡаҙан аҫты биҙен дауаларға ярҙам итегеҙ, зинһар.Чтобы мин теләгән ризығымды ашап йәшәрлек булһын!”

Ике сәғәттән артыҡ һөйләшеп ултырған ваҡытта уға ниндәй осраҡтан һуң приступ булғанын һорашып, сәбәбен аңларға тырыштыҡ. Бөтөн ер шарының табиптары, бағымсылары йыйылып дауалаһалар ҙа, ашҡаҙан аҫты биҙенең функцияһы үҙгәрмәйәсәк. Сөнки Аллаһы Тәғәләнең эшен бер кем дә үҙгәртә алмай. Күп осраҡта сираттағы дуҫтар менән осрашыу “застолье”һы тиҙ ярҙам саҡырыу менән тамамлана һәм киләсәк тә лә тамамланасаҡ икәнен аңларға тырыштыҡ. Ни өсөн? Етмеш - һикһән грамм ғына торған ағзаны Аллаһы Тәғәлә аңлы, зиһенле әҙәм балаһына ашаған ваҡытта ризыҡ менән ингән аҡһымды, майҙы, углеводты тарҡатыу өсөн фермент сығарырға, шәкәр менән глюкагонды синтезлау өсөн генә бирмәгән, ә беҙ аңлы заттар ашауҙа саманы белеп, тәртибен белеп ашаһын тип биргән. Беҙ ашҡаҙан аҫты биҙенә ауырлыҡ килтермәҫлек итеп ашарға тейешлекте барыбыҙ ҙа белергә тейешбеҙ. Бәләкәйҙән уҡ!!! Ә араҡы менән күп миҡтарҙа ашалған шашлык менән ингән майҙы, аҡһымды тарҡатырлыҡ ферментты ул литрлап сығара алмай, ундай вазифаһы һәм мөмкинселеге юҡ. Беҙҙең тәнебеҙгә ундай ашҡаҙан аҫты индерелмәгән. Һәм беҙ ошо ағзаның мөмкинселегенән сығып туҡланырға тейешбеҙ. Бер нисек тә бүтән төрлө түгел!!! Әммә ләкин бирәнлеген тыймаған, самаһын белмәгән был ир – аттың ашауы һымаҡ түгел, әлбиттә уға ул ағза барыбер ярҙам итергә тырышыа, ул утта көйгән, янған майлы шашлыҡты ашаған һайын,фермент сығарырға тырыша. Көсәнә!!! Бына шунда инде ғүмер өсөн ныҡлы ҡурҡыныс янала!!! Үлем ҡурҡынысы!!! Машина ракета булып күккә оса алмаған кеүек, ашҡаҙан аҫты биҙе лә үҙенең ҡулынан килмәгән функцияны үтәй алмай, яна, әсетә башлай, хужаһына сигнал бирә. Тик араҡы эсеп ҡыҙған, аңы томаланған әҙәм балаһы уға иғтибар итмәй. Тик юҡҡа! Ҡайһы берҙә хужаһын ҡотҡарам тип һуңғы тапҡыр ныҡлап көсәнә, стенкалары тартыла, үҙенең ферменты уның үҙен яндыра, хатта тарҡата, иретә.Бына шунда инде кеше ысынтылап бөгөгөп килеп төшә, ауыртыу шул хәтлем көслө була. Тиҙ ярҙам ваҡытында килмәһә, яҡты доньялар менән хушлашырға ла ҡала хужаһына.
 
Өлгөрһәләр, хастаханаларҙа оҙаҡ ҡына дауаланыу, реабилитация. Араҡы менән шашлыҡты, хатта айырым, араҡыһыҙ, һыраһыҙ, шашлыҡтың үҙен, майлы, ауыр ризыҡтарҙы ла күпләп, беҙгә зыян һалырлыҡ итеп ашау, тормош рәхәтлеге түгел, ә кешелектең үҙен ҡырыу, ауырытыу өсөн ябай, файҙалы, сихәтле ризыҡтан ситләшеп, төрлө “изощренный” ризыҡҡа күсеү михнәтлеге икәнен төрлө миҫалдар аша аңларға тырыштыҡ. Ашағандан һуң михнәт, ғазап килә икән, тимәк, ашау дауа түгел, ә яфа.Әлбиттә, уға үҙенең башына” втемяшить”иткән йәшәү рәүешенән ситләшеү өсөн ныҡлы ихтыяр көсө кәрәк ине. Сөнки медицина фәне лә бындай сире булғандарға диетанан сыҡмаҫҡа, хатта ғүмер буйына был ағзаға зыян һалмай торған туҡланыу кәрәк тиҙәр. Был кешенең бөтөн ашаған ризығы тип әйтерлек үҙенә зыян һала торған ризыҡ ине.Беҙҙең “уязвимый”ағзалар нәфсене тыйыр, һаҡсыл булыу һәм үҙ – үҙеңде хөрмәт итергә өйрәтеү өсөн бирелгәндәр. Әлбиттә, барыбыҙ ҙа балалар, туғандар менән йыйылып, шашлыҡ бешереп ашарға яратабыҙ. Сифатлы иттән, дөрөҫ итеп яһап, самаһын белеп, салаттар ҡушып, ағзаларға ла ауырлыҡ килтермәҫлек итеп анда – бында бер ашау тураһында һүҙ бармай. Әлбиттә, сама менән ашалған, араһында тәнәфес яһап, ашағанды һеңдереп,хәрәкәтләнеп, ашҡаҙан аҫты биҙенә ял биреп, уға тағын фермент “вырабатывать”итергә интервал яһап алыу дөрөҫ булыр. Саманы онотһаҡ, нәфсене тыймаһаҡ, зыянлы эсемлектәр, араҡы, пиво, кока – кола, лимонадтар менән ҡушып ашаһаҡ, бәлә килеп сығыуы, ололарҙа ғына түгел, балаларҙа ла, бик мөмкин. Минем таныштың да ҡустыһы ла тиҙ генә аҡылға ултырып китә алманы. Һәр присуптан һуң шылтыратышып һөйләшеү ҙә, күрешеүҙәр ҙә оҙаҡҡа бармай ине. Ысҡыныу саҡтары йыш ине. Тик һәр нимәнең иң юғары планкаһы була.Бер “застолье” уның өсөн һуңғыһы була яҙҙы. Бына шунан һуң инде ул “Ашау өсөн йәшәмә, йәшәү өсөн аша” тигән мәҡәлдәге кеүек, ныҡлы диетаға ултырҙы. Яңынан минем янға килеп, ике сәғәтлек лекция тыңланы тип әйтергә була.Һөйләшеп ултырҙыҡ.Ул хатта ашҡаҙан аҫты биҙенең ниндәй ағза, ниндәй функция үтәгәнен бөтөнләй белмәй ине.Килограммлап ашаһаҡ та барыһын да беҙҙең ағзалар “бесперебойно”эшкәртергә тейеш тип иҫәпләй.Майҙы тарҡатыу, аҡһымды зыянһыҙ хәлгә еткереү, һ.б. эстәге процесстар тураһында уйлау юҡ ине.Үт сыҡмаһа, ашаған ризыҡ беҙгә йәшәү көсө бирерлек хәлгә етмәүен көскә аңланы. Ике йыл инде ул хастаханаға ятмайынса, ашауын үҙгәртеп, үҙе әйтмешләй “кешеләрсә йәшәп ята” “Ғөмөрөмдә эсмәгән ромашка, клевер, кукуруз, дегәнәк япрағы сәйҙәрен хәҙер яратып эсәм, араҡы мине урап үтә тип өмөт итмәйем, үҙем урап үтәм.Иптәштәр ҙә юҡҡа сыҡтылар. Застолье өсөн генә кәрәк булғанмын икән.Күпме ғазаптар үттем.Үҙем генә беләм. нисек ауыртыуға сыҙағанымды.Ул приступтың ауыртыуын аңлатып, яҙып булмай. Короче, ужас,”- тей ул.

Икенсе тарих, ҡыҙғанысҡа, ғүмер ҡыйылыу менән тамамланды. Күптән ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуы менән интеккән,эш буйынса коллега, танышыма шулай уҡ өҫтәге кәңәштәрҙе биреп, өҫтәл өҫтөнә әллә ниндәй ниғмәттәр ҡуйылһа ла, араһынан бары тик үҙенә зыян һалмай торған ризыҡты ғына һайлап ашарға кәрәклеген бык ныҡ ауырлыҡ менән ҡабул итә ине. Ашҡаҙан аҫты биҙенә ял биреү өсөн интервальләп ас тороу, һыу ғына эсеп тороу тәүлектәре үткәреү, бауырҙы сәләмәтләндереү өсөн файҙалы үләндәр эсеү (печеночные) кәрәклеген, үт ҡыуығының үт сығарыу функцияһын яҡшырта торған сборҙар эсеү барыһы ла ашҡаҙан аҫты биҙен һаҡлап, уға ярҙам итеп торғанын күп тапҡырҙар аңлаттым. Тик кәйеф – сафа ҡорорға, “донья өс көнлөк, теләгәнеңде ашап та йәшәмәгәс” тигән дуҫтар менән сираттағы өҫтәл арты һуңғыһы булған, ҡыҙғанысҡа. Үҫмер улын, институтта уҡыған ҡыҙын йәтим ҡалдырып, ейәндәрен дә күрмәйенсә, уртаса йәштә яҡты доньяларҙан китеп барған.Өҫтәл артында ашағанда уҡ приступ булып, ныҡ ауыртыуҙар менән тиҙ ярҙам машинаһы килеп алған. Тик больницҡа барып еткәндә һуң була... Кемдер яҙмыш, маңғайына шулай яҙылған тейер.
 
Аллаһы Тәғәлә беҙгә ундай яҙмыш булһын өсөн ғәжәйеп матур ер йөҙөнә ебәреп, беҙҙең ғазапланғандарҙы күреп, “Яҙмышың шул, әҙәм балаһы,”- тип әйтәлер тип уйлай алабыҙмы? Төп йортобоҙ – тәнебеҙҙе аңлмағаныбыҙға хайран ҡалып өҫтән ҡарайҙыр тип уйлайым. Зәүхиә, күңелһеҙерәк хәлдәрҙе яҙған әле тип әрләмәгеҙ инде,бәлки кемгәлер ваҡытында уйланырға һәм үҙ - үҙенә ярҙам ҡулы һуҙырға уй индерер.
Автор:Заухия Низамиева
Читайте нас