«Медстальконструкция» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лаборатория учреждениелары һәм дауаханалар өсөн мебель, шулай уҡ махсуслаштырылған медицина ҡорамалдары – бөтәһе 1 300-ҙән ашыу төр продукция етештерә. Производствола 500-ҙән ашыу кеше эшләй. Тауарҙар Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Әзербайжан һәм Ҡырғыҙстандың эре медицина ойошмаларына оҙатыла, тағы ла бер нисә сит ил менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләйҙәр.
2024 йылдың июнендә предприятие майҙансығында яңы производство-келәт комплексын төҙөү эштәрен тамамлағандар. Инвестиция проекты сиктәрендә 12 мең квадрат метр майҙанлы бинала медицина мебеле етештереү өсөн заманса ҡорамалдар ҡуйылған, шулай уҡ төрлө типтағы 500 меңдән ашыу медицина ҡорамалын һаҡлауға иҫәпләнгән зона ойошторолған.
Яңы производствоға 600 миллион һум самаһы аҡса һалынған. Был, үҙ сиратында, 100 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров предприятие хеҙмәткәрҙәрен технологик комплекстың сафҡа индерелеүе менән ҡотланы, уларға уңышлы эш теләне һәм иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– «Меги» компаниялар төркөмө, «Медстальконструкция» предприятиеһы – республиканың медицина ҡорамалдары етештереүсе иң эре предприятиелары иҫәбендә. Бында тырыш, татыу коллектив эшләй, улар илебеҙҙә бик кәрәкле һәм ихтыяж менән ҡулланылған продукция етештерә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – «МЕГИ» компаниялар төркөмө етәкселәренә инициативалы булыуҙары һәм әүҙем эштәре өсөн рәхмәт белдерәм. Предприятиела бер нисә йыл элек булғанда, беҙ яңы производство төҙөү пландары тураһында һүҙ алып барғайныҡ. Һәм бөгөн был комплексты сафҡа индерәбеҙ. Бер урында тормауығыҙ, ошондай ҙур һәм перспективалы проекттарҙы тормошҡа ашырыуығыҙ ҡыуаныслы. Коллективты яңы производствоны асыу менән ихлас ҡотлайым.
«МЕГИ» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Андрей Тимофеев төбәк етәкселегенә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙағы ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Мәҫәлән, 2023 йылда «Медстальконструкция» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте реабилитация саралары етештереү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға республика бюджетынан 4,8 миллион һум субсидия алған. Ә инвестиция проекты сиктәрендә республика технологик комплекс төҙөү өсөн ер участкаһы алыуға булышлыҡ иткән.
– Яңы цехты асыу – Башҡортостанда «МЕГИ» компаниялар төркөмөн үҫтереүҙең мөһим этаптарының береһе. Республика ярҙамы менән беҙ ниәтләгән башланғыстарыбыҙҙы уңышлы тормошҡа ашырабыҙ, – тине Андрей Тимофеев.
Яңы производствоны асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров предприятиеның төп майҙансыҡтарын ҡараны, шулай уҡ «МЕГИ» компаниялар төркөмө етәкселеге менән артабанғы эш йүнәлештәре хаҡында фекер алышты.
Предприятие етәксеһе 3 мең квадрат метр майҙанлы тағы ла бер келәт комплексын проектлай башлауҙары хаҡында хәбәр итте. Проектҡа дөйөм алғанда 150 миллион һум инвестициялар йәлеп ителгән, уны 2025 йылда тамамларға планлаштыралар. Бынан тыш, предприятиела белем биреү учреждениелары – мәктәптәр һәм балалар баҡсалары – өсөн мебель етештерә башларға ниәтләйҙәр.
«МЕГИ» компаниялар төркөмөнөң тағы бер ҙур проекты – Өфөлә күп профилле медицина үҙәге төҙөү. 50 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы медицина учреждениеһында диагностика һәм операция блоктары, шулай уҡ 80 палаталы стационар урынлаштырыла, унда 500 белгес эшләйәсәк, тип күҙаллана. Яңы проекттың беренсе сиратын 2024 йылда тамамларға ниәтләйҙәр.
– Республикала медицина учреждениеларын төҙөү һәм ремонтлау юғары темпта бара. Уларҙы йыһазландырыуҙа үҙ-ара конкурентлыҡ нигеҙендә республика предприятиеларының, шул иҫәптән «МЕГИ» компаниялар төркөмөнөң дә, ҡатнашыуы ҡыуаныслы, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Беҙ инвесторға һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәтлебеҙ һәм республика биләмәһендә яңы проекттарҙың эшләй башлауын көтәбеҙ.
Источник:https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/179659.html