Новости
18 Июня 2024, 16:16

Япарһаҙҙар мәсетле булды

Изге Ҡорбан байрамында Япарһаҙ ауылында мәсет ҡалҡып сыҡты.

Япарһаҙҙар мәсетле булдыЯпарһаҙҙар мәсетле булды
Япарһаҙҙар мәсетле булды

Районыбыҙҙа был 22-се иман йорто булды. Сарала район ауылдары имамдары, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илшат Солтангәрәев, ауыл халҡы ҡатнашты. 

Муллагилдиндәр ата-әсәһенең буш торған өйөнә нур бөркөп, иман йортона әйләндерҙе.  Изге эш эшләүселәргә сауаптарын насип итһен. Иман йорто япарһаҙҙарҙы үҙенә тартып торһон.

Автор:
Читайте нас