

1927 йылда был скульптура Италияның Монца-Милан ҡалаһында үткән һынлы сәнғәттең 3-сө Халыҡ-ара декоратив сәнғәт күргәҙмәһендә ҡуйыла. Шул уҡ йылда "Сәсән" журналында был турала ҡыҙыҡлы фотография баҫтырыла. Фотола шундай яҙыу бар: “Мәшһүр рәссам-скульптор Фрих-Харҙың, тарихи материалдарға таянып, ағастан юнған Салауат батыр һүрәте”. (Башҡортостандың һынлы сәнғәт музейында һаҡлана).
Фотола беҙ Салауат Юлаевтың ағас һыны янында бер төркөм башҡорт эшмәкәрҙәрен күрәбеҙ. Уртала халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев ҡурай уйнай. Уның уң яғында башҡорт халҡының арҙаҡлы батыры, легендар комбриг Муса Мортазин ултыра. Ҡурайсының һул яғында билдәле милли хәрәкәт эшмәкәре, 1919-1920 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәтенең рәйесе булған ир-уҙаман Харис Йомағолов. Ҡурайсының артында ултырғыста, ҡулын эйәгенә ҡуйып, скульптор Фри-Хар үҙе лә башҡорт моңон тыңлай. Йомабай Иҫәнбаев “Салауат маршы”н, йәки “Урал”ды уйнайҙыр.
Был фотоһүрәт 1927 йылда Салауат Юлаев скульптураһын Италияға Халыҡ-ара күргәҙмәгә оҙатыр алдынан төшөрөлгән булһа кәрәк.