Новости
14 Июня 2024, 12:40

Цирк отменяется. Хикәйә. Радик Өмөтҡужин

Педсовет ғәҙәттәгесә башланды. Уҡытыусылар был юлы ла докладтан һуң артыҡ һүҙ ҡуйыртып торманы. Бик урынлы тема, ата-әсәләр алдында сығыш яһарға кәрәк, тигәнерәк тапалған тәҡдимдәр менән сикләнделәр. Етеп килгән Яңы йыл байрамы алдынан кәйефтәр күтәренке, ниңә уны күрәләтә уңлы-һуллы тарҡатырға. Былай ҙа йыш һөйләйҙәр, ни тиһәң дә, аҡыл эше менән шөғөлләнәләр, аҡсаны, кем берәү әйтмешләй, “ауыҙҙары менән эшләйҙәр”.                                                      Класс етәкселәре ярты йыллыҡ уҡыу йомғаҡтары тураһында һөйләне. Бөтәһе лә бер сама: өлгәш тә, балаларҙың тәртибе лә. Профком рәйесе: “Каникулда циркка барабыҙ. Юл хаҡы ла, билеттар ҙа спонсор иҫәбенән,” - тигәс, бөтәһе лә гөж килеп ҡул саптылар.

Цирк отменяется. Хикәйә. Радик ӨмөтҡужинЦирк отменяется. Хикәйә. Радик Өмөтҡужин
Цирк отменяется. Хикәйә. Радик Өмөтҡужин

Хәс тә балалар инде. “Рәхимә Кәбировнаға рәхмәт, - тине мәктәп директоры Ғәли Әкрәм улы, инглиз теле уҡытыусыһына ҡарап йылмайып. - Һеҙһеҙ ни эшләр инек, һәр саҡ шулай матди яҡтан ярҙам итәһегеҙ”.

Бик сағыу кейенгән, сибәрлегенең ҡәҙерен белеп буянған йәш ханым хөрмәтенә тағы бер тапҡыр ҡул саптылар.Шулай бик матур итеп таралышһалар ҙа була ине, тик директор ниңәлер педсоветты ябырға ашыҡманы. Сәбәбе бар ине. Кисә мәктәп башлығын Хужа үҙенә саҡыртып алғайны. Мәктәп директорҙары район мәғариф бүлеге начальнигын үҙ-ара шулай атайҙар. Ҡаты ҡуллы булыуы өсөн бирелдеме  икән был ҡушамат, әллә холҡоноң башҡа берәй яҡтары өсөнмө – билдәһеҙ. “Хужа” тиҙәр ҙә ҡуялар. Күрәһең, начальник вазифаһындағы кеше хужа булырға тейештер. Һәр хәлдә, ныҡ йәбеште уға был исем. Ысынлап та, ҡаты ҡылана, киреләнеп, тире тунын әйләндереп кейһә, яҡын барырлыҡ та түгел. Уҡытыу- тәрбиә эшенә артыҡ иҫе китеп бармаһа ла, мәктәптәрҙең төҙөклөгөнә, матди хәленә талапсан. Был яҡтан һүҙ әйтерлек түгел, райондағы мәктәптәр матурайып ҡалды. Тик бына шул хужаларса үтә ныҡ түрә булып ҡыланыуы ғына ҡыйырһыта мәктәп директорҙарын.

Кисәге һөйләшеү ҙә бик ҡырҡыу булды.

- Рәхимә Кәбировнағыҙҙы Грантҡа тәҡдим итегеҙ,- тине Хужа, артыҡ һүҙ ҡуйыртып тормайынса.

- Беҙ быйыл бер кемде лә тәҡдим итмәҫкә булғайныҡ бит әле, - тип, Ғәли Әкрәмович ҡаршы төшөп ҡарағайны ла, килеп сыҡманы.

- Ул кемдең ҡатыны икәнен беләһең бит. Мин әйткәнде эшлә, бында мин һине матурһың тип саҡыртып ултыра тиһеңме әллә, һин мине аңланыңмы?

Хужа һин һүҙенә баҫым яһап әйтте. Кәйефе юҡта ул шулай “һин”дән һалдыра. Кәрәк саҡта исем – шәрифтәр ҡушып, матур итеп йылмайып һөйләшә белә лә ул…

Район үҙәгенән кәйефе ҡырылып ҡайтты Ғәлим Әкрәмовичтың. Директорҙың, мәктәп коллективының фекерен һанға һуҡмау, тип ҡабул итте ул мәғариф бүлеге начальнигының ҡыланышын. Шуға ла әле нисегерәк һүҙ ҡуҙғатырға белмәй аптырап ҡалды. Ахырҙа, уҡытыусыларға һынаулы ҡараш ташлап, һүҙ башларға йөрьәт итте.

- Хөрмәтле коллегалар, әле район буйынса Грантҡа дәғүә итеүселәр исемлеге ҡарала, - директор эстән генә көрһөнөп, һүҙен дауам итте. - Мин Рәхимә Кәбировнаның кандидатураһын тәҡдим итәм. Мәктәптә иң зауыҡлы йыһазландырылған кабинет - инглиз теле кабинеты. Унда заман талабына яуап биргән бөтә техник саралар бар. Беҙ уларҙы мәктәп өсөн дә йыш ҡулланабыҙ. ә инде инглиз теле буйынса балаларҙың белеменә килгәндә, былтыр Рәхимә Кәбировна республика олимпиадаһына барып ҡайтты. Был үҙе ҙур ҡаҙаныш. Ошо тәҡдим буйынса кем, нимә әйтергә теләй, әйҙә, рәхим итегеҙ. Директор иңбашынан ауыр йөк төшкәндәй, урынына сүгәләне. Әле генә шау- гөр килеп, балаларса ихлас көлөшөп ултырған уҡытыусылар көтөлмәгән хәбәрҙе ишеткәс, өнһөҙ ҡалдылар, енәйәт өҫтөндә тотолған бурҙар кеүек, ҡараштарын бер- береһенән йәшереп шымдылар.

- Сығыш яһарға теләүселәр булмаһа, тауышҡа ҡуям. Кем дә кем  Рәхимә Кәбировнаны Грантҡа лайыҡлы  уҡытыусы тип һанай, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ,- директор мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйып, көсөргәнешле хәлдән тиҙерәк ҡотолғоһо килде. Ләкин директорҙан башҡа бер кем дә ҡул күтәрмәне. Белә ине Ғәлим Әкрәмович шулай булырын, һиҙенә ине.

- Улайһа, бәлки икенсе тәҡдимдәр барҙырҡ, – аптырап һораны директор.

Профком рәйесе һикереп торҙо.

- Һуң, үткән педсоветта килешкәйнек тә. Ниңә беҙ бер төкөргәнде кире ялайбыҙ? – тине ул һорауын һәр кемгә төбәп. Тағы шымдылар.

- Миңә һүҙ бирегеҙ,- артҡы рәттә ултырыусы биология уҡытыусыһы таҡта янына сыҡты. Тыныс холоҡло, баҫалҡы уҡытыусының ярһыуы йөҙөнә бәреп сыҡҡайны.

- Ғәлим Әкрәмович, әле бына һеҙ инглиз теле кабинетын иң матуры тинегеҙ, - тип башлап китте ул тотлоға-тотлоға. - Шулай булғас, педсоветты беҙ ниңә шул кабинетта үткәрмәйбеҙ, ә гел минең кабинетта йыйылабыҙ? Үҙем яуап бирәм: унда барыр инек тә, Рәхимә Кәбировна кабинетының асҡысын бер кемгә лә бирмәй.

- Минең кабинетта ҡиммәтле әйберҙәр күп, - сибәр ханым урындан ғына яуап бирҙе.

Биология уҡытыусыһы ла бирешергә теләмәне.

- Аквариумдағы балыҡтар ҙа, ҡыҙыл китапҡа индерелгән бынау үҫемлектәр ҙә бик ҡиммәтле, - тине ул яуап итеп. - Минең тәҡдим шул: мин үҙемде тәҡдим итәм. Уның миңә даны кәрәкмәй, аҡсаһы кәрәк.

Уҡытыусы һүҙҙәрен бер тынала шартлатып әйтте лә, кире урынына барып ултырҙы. Был көтөлмәгән хәлдән ҡаушап, тағы шымдылар.

-Һуң, Зәбирә Кәбировна, Грант етешмәй йәшәгәндәргә  бирелә торған пособие түгел, ул иң лайыҡлыларға ғына бирелә. Был – бер. Икенсенән, мин тәҡдим генә яһаным.

- Ниңә, мине лайыҡлы түгел тимәксеһегеҙме? – биолог урынынан торҙо, күҙлеген сисеп, йәшле күҙҙәрен һөрттө. - Йәй буйы мәктәп баҡсаһында бил бөгәм, ҡыш теплица минең елкәлә.

- Мин һеҙҙе лайыҡлы түгел тимәйем, - директор ҙа урынынан торҙо. - Дөрөҫөн әйткәндә, мин дә коллективтан кемделер айырып тәҡдим итеү яғында түгелмен.  Хужа менән һөйләшеүҙе күҙ алдына килтереп, көрһөнөп ҡуйҙы ла, һүҙен дауам итте. - Беҙҙең мәктәп районда иң алдынғыларҙан һанала. Шулай булғас, беҙҙә юғары баһаға лайыҡлы уҡытыусылар ҙа булырға тейеш. Рәхимә Кәбировнаны тәҡдим итеүемдең сәбәбе шул: ул был баһаға лайыҡлыраҡ тимәксемен. Әгәр ул үтеп китһә, киләһе йыл Зәбирә Кәбировнаны тәҡдим итербеҙ. Бер туғандар үҙ - ара килешерһегеҙ  әле, - буталсыҡ фекерҙәрен артабан дауам итә алмай, директор кире урынына ултырҙы.

- Миңә һүҙ бирегеҙ әле, - алғы рәттә ултырған Әйүп Ҡәйүм улы алға сығып баҫты. Директор ризаһыҙ ғына уға төбәлде. Әйүп Ҡәйүмович күп һөйләйәсәк, әммә ҡәтғи тәҡдиме булмаясаҡ. Ул күптән пенсияла булһа ла, мәктәптән ҡайтышмай. Һәр педсоветта ҡатнашыуҙы оло уҡытыусы үҙенең төп бурысы һанай шикелле. Дәрестәре булмаһа ла, ул балалар ижады йорто аша музей етәксеһе булараҡ теркәлгән, шуға үҙен коллективтың тулы ағзаһы кеүек күрә.

- Иптәштәр, әле мин шым ғына тыңлап ултырҙым-ултырҙым да, туҡта, мәйтәм, бер-ике һүҙ әйтәйем, тинем,- Әйүп Ҡәйүмович үҙе ишетерлек кенә итеп һөйләй башланы.

Ул шулай ғәҙәтләнгән: башта һүҙен яй ғына башлай ҙа, аҙаҡ, тыңлаусылар шымғас, тауышын көсәйтә. Әле лә тамам туҡтап, кабинетта тынлыҡ урынлашҡанын көтөп алып, һүҙен дауам итте.

- Мәйтәм, ундай аҡсалата премия минең эсте лә тишмәҫ ине, йәл, беҙ йәш саҡта хөкүмәттең бындайға башы етмәне. Исмаһам, мәйтәм, әбейҙе бер ҡыуандырыр инем.

Шым ғына көлөшөп алдылар ҙа, йә артабан ни һөйләрһең тигәндәй, уҡытыусылар сал сәсле оло кешегә төбәлделәр. Ошо мәлде көткән Әйүп Ҡәйүмович көр тауыш менән сығышының төп өлөшөнә күсте.

- Мин ғүмер буйы туған телдән уҡыттым, ярты ғүмерем крайҙы өйрәнеү музейын ойоштороуға китте. Ауылыбыҙҙан бер яҙыусы, тел буйынса бер фән докторы, бер халыҡ артисы сыҡҡан икән, тимәк, беҙҙең мәктәптә туған тел насар уҡытылмаған. Миңә тиклем дә, минән һуң да. Милли проекттар тураһында һүҙ сыҡҡас, туған телгә иғтибар артыр тип ҡыуанғайным. Бына һин, директор  ҡустым, Рәхимәне тәҡдим иттең. Мин дә риза. Зәбирә Кәбировна ла лайыҡ. Һапһыҙ ҡара балта инде ул. Ҡыш буйы балалар уның тырышлығы менән  йәшелсә – емеш  ашап сыға. Дөрөҫөн әйткәндә, бөтәбеҙ ҙә дөйөм бер эште башҡарабыҙ. Ана, Фәғилә лә ишек төбөн һаҡлап ҡына ултырмай, ул да балаларға тәрбиә биреп ултыра.

- Ғәфү итегеҙ, Әйүп Ҡәйүмович, һеҙҙең конкрет тәҡдимегеҙ бармы? – директор оло уҡытыусының һүҙен бүлде. - Педсовет былай ҙа оҙаҡҡа һуҙылды. Әйҙәгеҙ, әлегә тәҡдимдәрҙә туҡтайыҡ. Дәғүәселәр исемлеге мәктәп Советында, аҙаҡ юғарыла тикшереләсәк.

- Тәҡдим тип ни, әйтеп торам бит, Рәхимә Кәбировнаның кандидатураһына мин дә риза. Ғәлим ҡустым, елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен мин һиҙмәй тиһеңме әллә? - Әйүп Ҡәйүмович үпкәләгән ҡиәфәттә урынына ултырҙы.

Директор аяғүрә баҫты.

- Тағы тауышҡа ҡуяйыҡмы? Рәхимә Кәбировна, бәлки, һеҙҙең үҙегеҙҙең әйтер һүҙегеҙ барҙыр?

Матур ханым алға сығып торманы, баҫҡан урынынан ғына һөйләй башланы.

- Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт, Ғәли Әкрәмович. Әммә миңә аҡса кәрәкмәй. Ана, бирегеҙ Зәбирә апайыма, - инглиз теле уҡытыусыһының тауышы ҡалтырап сыҡты. - Ҡалай шымтайып ултырған булаһығыҙ. Беләм, ни өсөн мине яратмағанығыҙҙы, - ханым  ҡулъяулығын алып, күҙ йәштәрен һөрттө. - Өйөрлө ярлы-ябаға…

- Ауыҙыңды үлсәп ас, - милли көрәш буйынса тренер, райондың абсолют чемпионы Хафиздың көр тауышы биология кабинетын яңғыратты. Рәхимә ялп итеп артына әйләнеп, көрәшсегә уҫал ҡараш ташланы ла, текә баҫып, ишеккә ыңғайланы.

Шартлап ябылған ишек тауышы барыһын да һиҫкәндерҙе. Буш коридорҙы осло дағалы итектәрҙең туҡ-туҡ иткән тауышы яңғыратты. Туҡылдау ҡапыл тынды, аяҡ тауыштары кире боролдо. Яртылаш асылған ишектә  керпектәренән ҡара тушь ағып төшкән зәңгәр күҙле сибәр йөҙ йәнә күренде.

- Цирк отменяется! – тип ҡысҡырҙы Рәхимә Кәбировна.

Ишек тағы ябылды.

Уҡытыусыларҙың йөҙҙәрендә еңелсә йылмайыу йүгереп үтте. Ҡысҡырып, әҙәпһеҙ көлөргә берәү ҙә баҙнат итмәне.

Шым ғына таралыштылар. Ҡыштың ҡыҫҡа көнөн ҡараңғы төн ҡаплағайны…

 

Иҙел башы яҙыусылар берләшмәһе төркөмөнән алынды. Фото: интернет селтәренән

 

Автор:Радик Өмөтҡужин (Әбйәлил районы)
Читайте нас