Белгестәр Рәсәйҙең Финанс министрлығы менән Үҙәк банк тарафынан әҙерләнгән Оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса программаһы (Программа долгосрочных сбережений) хаҡында һөйләне.
Программала ҡатнашыусы дәүләт иҫәбенә, иң мөһиме, хәүефһеҙ һәм юғалтыуҙарһыҙ аҡса туплай ала, ул рәсәйҙәрҙең көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Финанс сәйәсәте департаментының Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарын көйләү бүлеге етәксеһе Наталия Каменская әйтеүенсә, программа буйынса һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаны төрлөсә тотонорға мөмкин: балаларға белем биреү, күсемһеҙ милек һатып алыу йәки бизнесты үҫтереү, үҙеңде йәки яҡындарыңды пенсия менән тәьмин итеү өсөн файҙаланырға була.
- Дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса граждандарҙың тупланма өлөшөн берлектә финанслау срогы 3 йылдан 10 йылға тиклем арттырыласаҡ, - тип билдәләне Наталия Каменская.
Һәр кеше үҙе өсөн уңайлы иғәнә күләмен һәм уны түләү осорон билдәләй. Ябайлаштырып әйткәндә, ҡатнашыусы һалған һәр һумға тағы бер һум өҫтәйҙәр. Оҙайлы һаҡлыҡ программаһы ярҙамында аҡсаны йыйырға ла, арттырырға ла була. Йыл һайын физик берәмектәрҙең килеменә һалымды кире ҡайтарыу иҫәбенә 52 мең һумға тиклем өҫтәмә килем алырға мөмкин. Ә күсерелгән аҡса дәүләт тарафынан 2,8 миллион һум суммаға страховкалана.