Новости
5 Июня 2024, 11:35

«Берҙәм Рәсәй» Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп күрһәтте

4 июндә «Өфө-арена» спорт комплексы майҙансығында үткән төбәк конференцияһында делегаттар ошондай ҡарар ҡабул итте.

«Берҙәм Рәсәй» Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп күрһәтте«Берҙәм Рәсәй» Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп күрһәтте
«Берҙәм Рәсәй» Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп күрһәтте

Радий Хәбировтың сығышынан төп фекерҙәр:

✅ Һәр берегеҙгә «фекерҙәштәр» тип мөрәжәғәт итәм, сөнки бик ауыр биш йылды һеҙҙең менән бергә үттек. Бөгөн барыбыҙ ҙа яңынан берләштек. Беҙ республикала, яуҙағы егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн, мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Ошо фекер менән бөгөн бергә тупландыҡ;

✅ Беҙгә ышаналар, заводтар, фабрикалар, яңы предприятелар булдыралар, сөнки беҙ – дөрөҫ, ысын кешеләр. Үҙ һүҙебеҙҙә торабыҙ, эшләй беләбеҙ. Башҡортостанда көн һайын, һәр ҡайҙа яҡшыраҡ булһын тип, эшләргә тейешбеҙ. Был, етәксе булараҡ, минең һәм һеҙҙең, ҙур командабыҙ ағзаларының, тырышлығынан тора;

✅ Мин, Президентыбыҙға, әгәр артабан да республика Башлығы сифатында эшемде дауам итеүҙе ышанып тапшырһа, һайлауҙа ҡатнашам, тип мөрәжәғәт иттем. Президент был ҡарарҙы, йәғни беҙҙең ҙур команданы хупланы. Шул уҡ ваҡытта, һайлау һәр саҡ халыҡ ҡулында, тине. Шулай булған һәм шулай буласаҡ;

✅ Ни өсөн мин тағы ла һайлауҙа ҡатнашам? Үҙ-үҙемә был һорауҙы күп тапҡырҙар биргәнем бар. Тик ошондай саҡта нисек китергә мөмкин? Меңәрләгән егеттең ҡулын ҡыҫып: «Беҙ һине яҡларбыҙ, һинең ғаиләңде һаҡларбыҙ һәм үҙеңә ярҙам итербеҙ», – тип һүҙ бирҙем. Был вәғәҙәне үтәмәү дөрөҫ булмаясаҡ;

✅ Бурыстарыбыҙ бик ябай һәм аңлайышлы. Беҙ һәр ғүмер, республиканың һәр кешеһе өсөн көрәшергә тейеш. Был «халыҡты һаҡлау» тигән ҡатмарлы төшөнсә. Ул, Башҡортостанда кешеләр оҙаҡ, лайыҡлы һәм «өйҙә» йәшәһен өсөн, ниҙәр эшләргә кәрәклеген үҙ эсенә ала;

✅ Үҙеңдән һуң нимә ҡалдырыуың мөһим. Әгәр барыбыҙ бергә татыу, намыҫлы, ҡыйыу эшләһәк, артыбыҙҙан яҡшы һәм яҡты хәтер ҡалдырырбыҙ, тип иҫәпләйем.

Автор:
Читайте нас