Новости
1 Июня 2024, 16:22

Өфөлә “Мин башҡорт телендә һөйләшәм” фестивале үтте

июндә Өфөләге Арт-квадрат майҙанында башҡорт телендә һөйләшеүсе балаларҙың күңелле тауыштары яңғыраны. Көндөҙгө сәғәт 12-лә бында “Мин башҡортса һөйләшәм” башҡорт ғаилә фестивале башланды. Сара Башҡортостан Башлығының грантына “Сәсәндәр үҙәге” һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы тарафынанойошторолдо.

Өфөлә “Мин башҡорт телендә һөйләшәм” фестивале үттеӨфөлә “Мин башҡорт телендә һөйләшәм” фестивале үтте
Өфөлә “Мин башҡорт телендә һөйләшәм” фестивале үтте

Фестиваль ике шартлы өлөшкә бүленде. Тәүгеһе - “Тел лабораторияһы” - оҫталыҡ дәрестәре, белем биреү һәм күңел асыу саралары, уйындар менән байтаҡ майҙансыҡтарҙы үҙ эсенә алды. Һәр майҙансыҡтың маҡсаты – башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, уны тормошта ҡулланыу мөмкинлектәрен күрһәтеү.

Музыкаль һәм шиғри батлдар зонаһын Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматовһәм уның ҡыҙы Ҡәҙриә алып барҙы. Ул “Тамыр” балалар йыр ансамбле ҡатнашыусыларының концерт номерҙары менән асылды. Бында кескәйҙәр ҙур теләк менән “Тирмәкәй”, “Йомарт” урам театрҙарының сығышын, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спектаклен ҡараны. “Ғаилә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең дәртле хореографик постановкаһы кескәй тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Улар “Арбала” йырын - күк трактор тураһында йырҙың башҡортса вариантын ҡушылып башҡарҙы.

Билдәләнгән ваҡытта бард йырҙарын башҡарыусылар сәхнәгә сыҡты. Уларҙан һуң фестивалгә килгән балалар башҡорт телендә шиғырҙар уҡыны. Уларҙың һәр береһе ойоштороусыларҙан дәртләндереү призы алды.

Фестивалде ойоштороусылар социаль селтәрҙә башҡорт телен популярлаштырған кескәй блогерҙарҙы бүләкләне. Үҙҙәренең бүләктәрен Баязит менән Сара Тайыповтарға, Ибраһим Сәғәҙиевҡа, Ҡәҙриә Хамматоваға “Вэлком РБ” туроператоры директоры Зөлхизә Ҡотлосурина һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова тапшырҙы.

Шулай уҡ бында башҡорт бейеүе элементтары менән флешмоб үтте. Уны “Саптар” балалар өлгөлө хореография студияһы уҡытыусылары үткәрҙе.

Иң бәләкәйҙәр өсөн башҡорт аниматорҙары менән уйын зонаһы иң популяр булғандыр, моғайын. Бында яратҡан геройҙарыбыҙ менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә, шулай уҡ башҡорт халыҡ әкиәттәрен тыңларға, таштар менән уйындар уйнарға мөмкин ине. Әкиәттәр һәм уйындар аша балалар донъяны аңларға, ваҡиғаларҙы дөрөҫ аңлатырға, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләргә өйрәнде.

“Иң ҙур Сәк-сәк” оҫталыҡ дәресе кескәй кулинарҙарҙы йыйҙы. Кукуруз таяҡсалары ярҙамында улар 1,5 метр бейеклектәге рекордлы милли ризыҡ эшләне. Оҫталыҡ дәресендә башҡорт аш-һыуы хаҡында һөйләнеләр.

Ошо зонала ҡуйылған тирмәлә психолог Гөлсинә Йосопова һәм логопед Регина Кирәева лекция уҡыны. Ата-әсәләре психологҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, глобалләштереү шарттарында милли ғаиләлә балаларҙы тәрбиәләү үҙенсәлектәре тураһында фекер алышты. Логопед үҙенең лекцияһында дөрөҫ һөйләшеү һәм телмәр дефекттарын төҙәтеү алымдарына туҡталды, өндәрҙе дөрөҫ ҡуйыу буйынса кәңәштәр бирҙе.

Ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре зонаһындаа төрлө һөнәрҙәргә өйрәттеләр. Сигеүсе Ғәбиҙә Вәлиева тамбурлы сигеү серҙәренә төшөндөрҙө, Илүзә Ҡаһарманова ҡыҙҙар өсөн мини-түшелдерек эшләү серҙәрен асты. ОҫтабикәМиләүшә Абайдуллина боронғо кәсеп -балаҫ һуғыуҙы күрһәтте. Теләгән һәр кем милли биҙәктәр менән балсыҡтан тәрилкәләр яһарға һәм “Башҡорт ҡыҙы” брошкаһын эшләргә өйрәнде, ағас ҡалаҡтарҙы этник стилдә биҙәне. Кейеҙ баҫыу һәм башҡорт сәс биҙәүесе буйынса оҫталыҡ дәрестәре фестивалдә ҡатнашыусыларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты.

Ошо уҡ зонала “Мираҫ” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының рәссамы урынлашты, ул балаларҙың йөҙҙәрен аквагрим ярҙамында биҙәне.

Милли уйындар менән уйын зонаһы өлкәнерәк балаларҙы йыйҙы. Улар төрлө өҫтәл уйындарын уйнаны, бер ыңғай башҡорт телен, халыҡтың мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнде. Ошонда уҡ республика балалар баҫмаларына яҙылыу ойошторолдо - “Йәншишмә” гәзите, “Аманат”, “Аҡбуҙат” һәм “Әллүки” журналдары редакцияларыхеҙмәткәрҙәре оҫталыҡ дәрестәре һәм күңелле уйындар үткәрҙе. Улар шулай уҡ балалар өсөн шашка буйынса турнир ойошторҙо.

Малайҙар, әлбиттә, “Аврора” үҙәге хеҙмәткәрҙәре тирәләй йыйылды. Бында уларҙы планерҙар төҙөргә өйрәттеләр.

Башҡорт телен өйрәнеү өсөн диактик материалдар күргәҙмәһендә ата-әсәләр яңы китаптар һәм дәреслектәр менән танышты.

Фестивалдең икенсе өлөшө Арт-квадраттың төп сәхнәһендә 17:00 сәғәттә башланды. Бында башҡорт эстрадаһының бойондороҡһоҙ йәш артистары концерты үтте. Азатлыҡ, эскерһеҙлек, ихласлыҡ - тап ошо ҡиммәттәрҙе беренсе урынға сығарҙы улар. Фестивалдә ҡатнашыусылар хедлайнерҙар - Тимур Ямаловтың, Рена РНТ-ның һәм “Бүреләр” төркөмөнөң сығыштарын һоҡланып ҡаршы алды. Уларҙан тыш концертта йәш башҡарыусылар - Nail Bashstyle, Q-Yan, Радмир Исмәғилов, 911th, BABY Ti, Raush, Айҙар Исхаҡов, Аlbiona & Марат Тaturas, Гәлсәр Байғусҡарова, Lovil, Toolkyn, HANQYZY һәм башҡалар ҡатнашты.

Өфөлә “Мин башҡорт телендә һөйләшәм” фестивале үтте
Өфөлә “Мин башҡорт телендә һөйләшәм” фестивале үтте
Өфөлә “Мин башҡорт телендә һөйләшәм” фестивале үтте
Автор:
Читайте нас