Все новости
Новости
1 Июня 2024, 10:00

Бөгөн – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Халыҡ-ара балалар көнө – боронғо байрамдарҙың береһе һанала. Уны үткәреү тураһындағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конференцияһында ҡабул ителгән. Балалар һаулығын һәм именлеген яҡлау проблемалары бик актуаль булған ваҡытта, Икенсе донъя һуғышынан һуң, Парижда 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конгресы үтә, унда ҡатнашыусылар балаларҙың берҙән-бер бәхет гарантияһы донъяла тыныслыҡ булдырыу тураһында ант бирә. Унан һуң бер йыл үткәс, йәғни 1950 йылдың 1 июнендә беренсе тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө үткәрелә һәм ул йыл да ойошторола башлай.

Бөгөн – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Байрам менән, кескәй дуҫтарыбыҙ! Байрам менән хөрмәтле ата-әсәләр!

Ер йөҙөндәге һәр бала бәхетле булһын ине. Балаларҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнағыҙ, күңел йылығыҙҙы һәм иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡлағыҙ. Шул ваҡытта беҙҙең балалар һау-сәләмәт, шат, уңышлы булыр, беҙҙең яҡты өмөттәрҙе аҡлар!

Бала булып булмай, тик бала саҡ —
Һәр саҡ ҡайтып килә торған ил;
Күңел гөлдәреңдең саңын ҡағып,
Мәңге сафлап, наҙлан торған ел.
Һин донъяны яҡын күргең килһә,
Бала күҙе менән баҡ уға:
Донъя шундай сағыу, шундай ғәжәп,
Иҫең китерлек бит донъяға!
Ҡояш сыға, сыҡ-сыҡ, тиеп һаман,
Болоттарға һуҙһам ҡулымды.
Ҡояш! Эй һин, балалыҡ ҡояшым,
Ғүмер буйы яҡтырт юлымды!

Рәми Ғарипов, 1961йыл

Автор: Наиля Насырова
Читайте нас