Новости
1 Июня 2024, 13:33

Ҡармыштар һабантуй майҙанын гөрләтте!

Республиканың төрлө төбәктәрендә һабантуйҙар уҙғарыла. Бөгөн Әлшәй районы Ҡармыш ауылы халҡы ла, яҙғы сәсеү эштәрен теүәлләп, күркәм байрамға йыйылды. Шулай уҡ Сурай, Дим, Михайловка һәм Уваровка ауылдарында йәшәүселәр ҙә ҙур ихласлыҡ менән байрамда ҡатнашты. 

Ҡармыштар һабантуй майҙанын гөрләтте!Ҡармыштар һабантуй майҙанын гөрләтте!
Ҡармыштар һабантуй майҙанын гөрләтте!

Башҡорт халҡында һәр изге эш дин әһеле фатихаһы менән башҡарыла. Ауыл мәсетенең имам-хатибы Тәлғәт хәҙрәт, аят уҡып, матур сараны асып ебәрҙе.

- Бөгөнгө байрамға бер нисә ауыл халҡы йыйылды, алыҫ ерҙе яҡын итеп, яҡташтарыбыҙ ҡайтты. Алдан ҙур әҙерлек эше алып барылды, майҙан урыны тейешенсә йыһазландырылды, биҙәлде, бүләктәр алынды, концерт номерҙары әҙерләнде, - ти Ҡармыш ауыл хакимиәте башлығы Дауыт Шәкүров. - Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Наил Әхмәт улы Хәйретдинов яҡташтарыбыҙға сәләм еткереп, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре һәм ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Салауат Шамил улы Һәүбәновҡа, Илдар Сабир улы Әхмәҙиевҡа, Тимерйән Мөхәмәткәрим улы Кәримовҡа, Земфир Хэйретдин улы Ҡормановҡа Әлшәй районы хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы.

Дауыт Урал улы әйтеүенсә, йәйҙең йәме булған ошо байрамды ойошторорға бағыусылар – «Агро МТС» йәмғиәте директоры Жәүдәт Рәшит улы Сафин, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре Зәбир Мәүлетйән улы Ғәйетов, Земфир Хәйретдин улы Ҡорманов, Рәсүл Тимерғәли улы Шәмсетдинов, Әнүәр Әбүзәр улы Зәйнуллин, Азамат Жәдит улы Йәнгиров, Наил Фәрит улы Ғәлиәкбәров, шәхси эшҡыуарҙар Марсель Самат улы Шәймөхәмәтов, Тимерйән Мөхәмәткәрим улы Кәримов, Гөлшат Хәмит ҡыҙы Йәнгирова, Диләрә Рауил ҡыҙы Ишмөхәмәтова ярҙам күрһәткән.

Был көндө майҙан матур йыр-моңға күмелде – ауыл халҡы таланттарға ифрат бай! Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Ҡармыш ауылы егете Юлай Муллаянов, Башҡортостандың халыҡ артисткаhы Әлфиә Юлсурина, район мәҙәниәт йорто артистары береһенән-береһе дәртлерәк концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы.

Бер һүҙ менән әйткәндә, Ҡармыш ауылы халҡы рәхәтләнеп күңел асты, иң лайыҡлыларҙы тәбрикләне, йәмле йәйгә яҡшы кәйеф менән аяҡ баҫты.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡармыштар һабантуй майҙанын гөрләтте!
Ҡармыштар һабантуй майҙанын гөрләтте!
Автор:
Читайте нас