«Тауҙан шыршы төшөп килә
Балитәкле күлдәктән:
Әйтерһең дә, кейеп алған
Башҡорт ҡыҙынан күрмәктән...»
Ҡәләмдәштәрем менән Рәмзилә Хисаметдинованың тыуған ере Учалы районындағы Сәфәр ауылында үткән Хәтер кисәһенә килеп төшкәс, күренекле шағирәнең тап ошо шиғыр юлдары иҫемә килеп төштө. Гелән Ирәмәленең «балитәкле шыршыларын», «тәңкә-ҡашмаулы ҡайындарын», «сигелгән алъяпҡыслы миләштәрен», «аҡ күлдәкле муйылдарын», тыуған тупрағын, ғәзиз әсәһен, туғандарын һағынып ҡайта торған булғандыр инде Рәмзилә апай. Беҙҙе лә бөгөн был байрамға һағыныу тойғоһо алып килде. Кемдер был кисәлә аҡ алъяпҡыс таҡҡан, аҡ таҫмалар бәйләгән ике оҙон толомло, зәңгәр күҙле һылыу ҡыҙҙы юҡһынды, кемдер бергә эшләгән коллегаһын иҫкә алды, кемдер оло талант эйәһе булған шағирәнең иҫ киткес матур, тос образлы шиғыр юлдарын һағынып, хәтерләне. Иң ҡәҙерле иҫтәлек, моғайын, Рәмзилә Хисаметдинованың ҡыҙы Гөлшаттың һөйөклө әсәһенә ҡағылышлы хәтирәләре булғандыр. Салауат районы Малаяҙ ауылы гимназияһында балаларға инглиз теленән белем биргән Гөлшат Ринат ҡыҙы Хужина мәртәбәле кисәгә улдары Иҙелбай һәм Мирас менән бергә килгәйне.
Миңә лә үтә ҡәҙерле Рәмзилә Хисаметдинова исеме. Улай ғына ла түгел, был исем мине ғүмер буйы оҙата йөрөй. 1996 йылда Учалы ҡала һәм район хакимиәтенең Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премияның тәүге лауреаты булыу бәхет тейгәйне. Быйыл был премия шағирә Дилара Мәхмүтдинова-Мутиковаға тапшырылды.
Беҙ Өфө, Учалы, Белорет, Әбйәлил тарафтарынан йыйылған ижадсылар башҡорт әҙәбиәтенә Вил Ғүмәров, Рәмзилә Хисметдинова, Әлмира Әбүзәрова, Рәмзилә Кәлимова, Әҡлимә Сафина кеүек ҡәләм оҫталарын үҫтереп биргән Сәфәр урта мәктәбе менән таныштыҡ. Рәмзилә Хисаметдинованың тыуған йортон барып күрҙек. Заманында шағирәнең бер туған ҡустыһы Салауат уҙаман семәрләп биҙәгән, иҫтәлекле таҡтаташ эленгән был ҡупшы йорттоң бөгөнгө көндә буш тороуы ғына бер аҙ эсте бошора биреп ҡуйҙы. Туғандар үҙ-ара килешеп, ошо нигеҙҙә шағирәнең йорт-музейын ойошторғанда ҡайһылай дан булыр ине, шулай бит?!