Әбеш ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы һөҙөмтәләре буйынса тәбрикләү сараһы үтте. Белеүегеҙсә, быйыл әбештәр ошо мәртәбәле конкурста ҡатнашып, республика буйынса уртаса ауылдар категорияһында беренсе урын яуланы. Дүрт миллион һумлыҡ сертификатты, конкурс шарттары буйынса, улар ауылды төҙөкләндереү эшенә йүнәлтәсәк.
Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов тәбрикләү сараһын асып:
-Барығыҙҙы ла тағы ла бер тапҡыр оло еңеүебеҙ менән ҡотлайым. Был еңеү бөтә ауыл халҡының ҡаҙанышы. Ауылдаштар дәртләнеп, конкурс сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Ҙур проекттар өҫтөндә эшләнек. Республика кимәлендә беҙҙең тәжрибәләрҙе таратырға тигән тәҡдимдәр ҙә бар. Һәммәгеҙ ҙә еңеүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерҙегеҙ, барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Конкурста еңеп сығырға ярҙам иткән район етәкселегенә, мәҙәниәт бүлегенә рәхмәт белдерәм,- тине ул.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та сарала ҡатнашыусыларҙы мәртәбәле конкурста еңеүҙәре менән ҡотлап:
- Район “Айыҡ ауыл конкурсында өс йыл рәттән еңеү яулай. Беҙҙең ауылдарҙың әҙерлек кимәле юғары икәнлеге сағыла, башҡаларҙан күпкә айырыла. Конкурста халыҡтың әүҙемлеген күрәбеҙ. Әлбиттә, йыл һайын бер үк районға тәүге урын бирерҙәрме икән, тигән икеләнеүҙәр булды. Әммә беҙ бергәләп бөтә көсөбөҙҙө һалып эшләнек һәм еңеп сыҡтыҡ. Республикала беҙҙең кеүек өс йыл рәттән еңеүгә өлгәшкән район юҡтыр тип әйтә алабыҙ. Халыҡты берҙәмләштереү, айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа әйҙәү, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау өсөн был конкурстың әһәмиәте бик ҙур. Киләсәктә был конкурста башҡа ауылдар ҙа әүҙем ҡатнашыр һәм еңеүҙәргә өлгәшербеҙ тигән ышаныста ҡалабыҙ. Оло еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәрҙең һәммәһенә лә рәхмәтебеҙҙе белдерәм, - тине Рөстәм Динислам улы.
Сарала конкурс барышында әүҙемлек күрһәткән, еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәргә район хакимиәте, мәғариф идаралығы, мәҙәниәт бүлеге, ауыл биләмәһе һәм Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.