- «Ватандаш» журналына Башҡортостанда йәшәгән төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен, тарихын белеү, тәрәндән өйрәнеү, интеллектуаль аҡылыңды көсәйтеү өсөн яҙылырға кәрәк. Үҙен ысын мәғәнәһендә патриот, илһөйәр, Ватандың һаҡсыһы тип иҫәпләгән кеше журналға мотлаҡ яҙыла һәм ғилми, публицистик мәҡәләләре менән тел байлығын тәрәнәйтә, - тине Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы. - Интеллектуалдарҙың бик дөрөҫ һәм тура әйтә торған трибунаһы ул «Ватандаш». Яратҡан баҫмама яҙылыуыма ифрат шатмын. Уға артабан да үҫеш теләйем!