Аҡмулла сәхнәһенә «Ғаиләм — минең ҡәлғәм» республика конкурсының финал турында ҡатнашыусы ғаиләләр күтәрелде. Башҡортостан райондарынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән һигеҙ ғаилә тамашасыларҙы сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы.
«Ғаиләм — минең ҡәлғәм» ғаилә халыҡ ижады конкурсы өс этапта үткәрелә. Сығыштарҙың темалары түбәндәгесә: «Минең ғаиләм» — театрлаштырылған тамаша рәүешендә визит карточкаһы; «Ғаилә тантанаһы» — ғаилә традициялары, йолалары нигеҙендәге театрлаштырылған миниатюра; «Бишек йыры» — ғаиләнең бишек йырын башҡарыу; «Йондоҙло ғаилә» — төрлө жанрҙағы концерт номеры.
- Был конкурсты ойоштороусылар - Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге. Проект республикала ғаилә традицияларын, урындағы кәсептәрҙе һәм традицион халыҡ кейемен, фольклорҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, уйындарҙы тергеҙеүгә булышлыҡ итә, - ти Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина. - Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре йылдан-йыл үҙ тамырҙары менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына. Башҡорттар күпләп йәшәгән өлкәләрҙә лә шәжәрә байрамдары үткәреп торабыҙ. Фольклор, аш-һыу, кәсептәребеҙ - былар барыһы ла ошо сараға үрелеп килә. «Ғаиләм — минең ҡәлғәм» конкурсын иң тәүҙә Ҡариҙел районында үткәргәйнек, быйыл алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Конкурста ҡатнашыу өсөн 45-кә яҡын ғариза алғайныҡ, иң сағыуҙарын бөгөн Өфөгә саҡырҙыҡ. Байрамда ҡатнашырға Пермь, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур башҡорттары ла теләк белдергәйне. Бөгөн иһә сәхнәгә Ырымбурҙан Сарбаевтар ғаиләһе сығасаҡ. Ошондай сараларҙа береһенән-береһе шәберәк ғаиләләр менән танышабыҙ, яңы «йондоҙҙар» асабыҙ. Был йола артабан да дауам итер, тип ышанабыҙ. Сөнки тамырҙарын белеп үҫкән йәштәр аяҡтарында ныҡ торасаҡ, ошо ерҙе ҡәҙерләп йәшәйәсәк, үҙ иленең патриоты буласаҡ.
Сәхнә гөрләп торҙо - Мәсетле районынан Хафизовтар, Баҡалынан Такашевтар, Иглиндән Тоҡомбәтовтар, Шарандан Ғәлиевтар, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Сәлимгәрәевтар, Балтастан Хәйҙәршиндар, Асҡындан Сәлимгәрәевтарҙың сығышын тамашасылар дәррәү ҡаршы алды.
Фольклор коллективтары ҡатнашлығындағы гала-концерт һәм конкурс еңеүселәрен бүләкләү 25 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Әйткәндәй, сарала шулай уҡ уҙған йылдарҙағы лауреаттарҙың шәжәрәләре күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин.