Новости
20 Мая 2024, 11:05

Силәбелә шағир Уран Кинйәбулатовтың тыуыуына 90 йыллыҡҡа арналған әҙәби-мәҙәни сара уҙҙы

17 майҙа Арғаяш районының Ҡолой ауылында яҡташ, йырсы шағир Уран Кинйәбулатовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған «Ерем моңло йыр ярата» тигән әҙәби һәм мәҙәни сара булып уҙҙы. Апалы-ҡустылы шағир Кинйәбулатовтар -  әҙәбиәттә уникаль күренеш. Улар тыуҙырған мираҫ башҡорт поэзияһының алтын фондын тәшкил итә. Аҫыл яҡташтарға арналған ҡәҙерле иҫтәлектәрҙе һаҡлау бурысын йөкмәгән ауыл китапханаһы илһөйәрҙәр рухын арттырып, Ил-йортҡа мәртәбә өҫтәп тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә йәнле бер үҙәк булып ең һыҙғанып эшләй.

Силәбелә шағир Уран Кинйәбулатовтың тыуыуына 90 йыллыҡҡа арналған әҙәби-мәҙәни сара уҙҙыСиләбелә шағир Уран Кинйәбулатовтың тыуыуына 90 йыллыҡҡа арналған әҙәби-мәҙәни сара уҙҙы
Силәбелә шағир Уран Кинйәбулатовтың тыуыуына 90 йыллыҡҡа арналған әҙәби-мәҙәни сара уҙҙы

Ҡолойҙар йәнә һынатманы. «Илгә юлдар – китап йортонан, үткәндәргә музей күргәҙмәләренән башлана» тигәндәй был юлы ла Кәтибә апайҙың үҙе һымаҡ алсаҡ китапхана ишектәрен шар асып ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды. Уның тәжрибәле мөдире Альмира Рамазан ҡыҙы шағирҙар рухын һаҡлаусы музейға алып ингәс, унда тыуған яҡты өйрәнеүсе гүзәл зат – Флүрә Ким ҡыҙы ваҡыт дилбегәһен ҡулынан ысҡындырмайса «Кәтибә менән Уран Кинйәбулатовтар – Ил даны,» тип һүҙ алып йәнле экскурсия үткәрҙе.

Арғаяш районы һәм Силәбе ҡалаһынан килеүселәр араһында үтә ҡәҙерле ҡунаҡ ғалим һәм публицист Азат Уран улы Кинйәбулатов булды. «Ун китап уҡытҡансы балаларҙы бер тапҡыр музейға алып барып күрһәт,» - тине ул музейҙарҙың ижтимағи әһәмиәтен баһалап. Кинжәбулат олатайының рухи тамырҙарын һаҡлаған музейға ҙур яуаплылыҡ менән ғаилә архивынан бер ҡосаҡ тигәндәй аҡ төҫлө рамкаларға һалынған материалдар бүләк итте.

Уңғандың аты уңға киткән тигәндәй, һутлы тупраҡта яралған намыҫлы ижадсылар тоҡомо – Кәтибә апай, мәрхүм Уран ағай, әле уларҙың лайыҡлы эштәрен дауам итеүсе Азат Уран улы ла туҡтауһыҙ халыҡ күңеленә юл яра.

Кинйәбулатовтарҙың ижад донъяһы йыр-моң, яҙҙар кеүек наҙ тулы. Ҡолой ауыл мәҙәниәт йортонда хәтер һәм ҡәҙер кисәһе яҙҙарҙан көҙҙәргә алып ҡайтып илаһи һәм илһамлы бер тулҡын булып күңелдәрҙе нескәртте. Кәтибә Кинйәбулатованың «Атай тауышы» исемле утлы яу йылдарына бағышланған ярым автобиографик повесында Уран-Оранҡай йөҙөндә тыуған үҫмер Булат образын иҫкә алып зал тын ҡалһа, Силәбенең данлы йырсылары – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факия Сафина, «Ҡуйһары һандуғасы» Венера Шәймәхәмәтова, Бикҡол сәсәниәһе Әнисә Ғарипова башҡарыуында шағирҙың йырҙарын тыңлай-тыңлай таң ҡалды. Алып барыусылар, Ҡолой мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары яттан һөйләгән драматик йөкмәткеле шиғырҙар күңелдәрҙе тетрәндерҙе...

Бына ошондай күркәм саралар уртаһында ҡайнап күңелдәрҙе әйҙәп тороусы мәҙәниәт яуының талымһыҙ бер яугиры булараҡ Флүрә Ким ҡыҙы Истамғолова өлгөлө һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн Бөтә донъя башҡорттарының халыҡ наградаһы - «Ал да нур сәс халҡыңа» тигән миҙалға лайыҡ булды.

Ҡамса Мортазин.

Силәбелә шағир Уран Кинйәбулатовтың тыуыуына 90 йыллыҡҡа арналған әҙәби-мәҙәни сара уҙҙы
Силәбелә шағир Уран Кинйәбулатовтың тыуыуына 90 йыллыҡҡа арналған әҙәби-мәҙәни сара уҙҙы
Силәбелә шағир Уран Кинйәбулатовтың тыуыуына 90 йыллыҡҡа арналған әҙәби-мәҙәни сара уҙҙы
Силәбелә шағир Уран Кинйәбулатовтың тыуыуына 90 йыллыҡҡа арналған әҙәби-мәҙәни сара уҙҙы
Силәбелә шағир Уран Кинйәбулатовтың тыуыуына 90 йыллыҡҡа арналған әҙәби-мәҙәни сара уҙҙы
Силәбелә шағир Уран Кинйәбулатовтың тыуыуына 90 йыллыҡҡа арналған әҙәби-мәҙәни сара уҙҙы
Автор:
Читайте нас