Все новости
Новости
27 Апреля , 13:50

Республикала «Атайсал - кесе Ватан » проектына йомғаҡ яһала

«Торатау» конгресс-холында «Яҡташлыҡ көсө» тип аталған өсөнсө форум башланды. Унда «Атайсал – кесе Ватан Ватан» проектына йомғаҡ яһала.

Республикала «Атайсал - кесе Ватан » проектына йомғаҡ яһала
Республикала «Атайсал - кесе Ватан » проектына йомғаҡ яһала

 

 

Сараға федераль үҙәктән ҡунаҡтар һәм спикерҙар, төбәгебеҙҙең бөтә ҡалаларынан һәм райондарынан рәсми делегациялар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, журналистар йыйылды.

Форум сиктәрендә республика тормошондағы мөһим социаль мәсьәләләр, Башҡортостан яугирҙарына ярҙам күрһәтеү, рухи үҫеш һәм башҡа һорауҙарға бәйле бихисап секциялар, түңәрәк өҫтәлдәр эшләй.

 Фойела республика район һәм ҡалаларындағы йәмәғәт ойошмалары әҙерләгән ижади күргәҙмәләр иғтибарҙы йәлеп итә. Улар тарихи күсәгилешлелек, ватандаштарыбыҙға ярҙам итеү буйынса проекттар, волонтерлыҡ эшмәкәрлеге, яугирҙар өсөн кәрәкле әйберҙәр йыйыу темаларына арналған.

Белешмә.

«Атайсал» проектына нигеҙ 2021 йылдың 1 мартында һалынды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырылған был сара республика халҡы тарафынан дәррәү хупланды. Ошо ваҡыт эсендә ул 5540 ҡатнашыусыны берләштерҙе, 25 714 проект тәҡдим ителде.

Былтыр тапшырылған ғаризалар һаны буйынса алдынғы урындарҙы Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Краснокама, Мәләүез, Асҡын, Салауат, Ҡыйғы һәм Бүздәк райондары биләне. Стәрлетамаҡ, Салауат, Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалалары ла «Атайсал»да әүҙем ҡатнаша.

 

 

Республикала «Атайсал - кесе Ватан » проектына йомғаҡ яһала
Республикала «Атайсал - кесе Ватан » проектына йомғаҡ яһала
Республикала «Атайсал - кесе Ватан » проектына йомғаҡ яһала
Республикала «Атайсал - кесе Ватан » проектына йомғаҡ яһала
Республикала «Атайсал - кесе Ватан » проектына йомғаҡ яһала
Республикала «Атайсал - кесе Ватан » проектына йомғаҡ яһала
Автор:Раиля Галеева
Читайте нас: