Новости
27 Апреля 2024, 13:55

Бишбүләктәр – «Атайсал»да

Бишбүләк районы халҡы «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнашты. 

Бишбүләктәр – «Атайсал»даБишбүләктәр – «Атайсал»да
Бишбүләктәр – «Атайсал»да

Ошо районда тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта ҙур вазифалар биләгән шәхестәр  район халҡының тормошон тағы ла уңайлыраҡ итеү өсөн тырышлыҡ күрһәткән: социаль объекттарҙы ремонтлауҙа, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә ярҙам иткән, яңы парктар һәм скверҙар, балалар майҙансыҡтары төҙөргә булышлыҡ иткән.

 Иттихат ауылындағы яңы мәсет былтыр биш ай эсендә төҙөлгән. Меценаттар – Бишбүләк районының Почетлы граждандары, «Атайсал» проектында ҡатнашыусылар Фәнил Хөснөтдинов һәм  Рәмил Ҡыямов дин йорто төҙөүҙә финанс ярҙам күрһәткән. Шулай уҡ мәсет янында яңы сквер төҙөүҙә лә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ, унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исеме мәңгеләштерелгән.

 

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас