Фаил Алсыновтың күмәк халыҡ алдындағы сығыштары экстремистик юҫыҡта булыуы суд тарафынан дәлилләнде инде. 2022 йылдың 22 сентябрендә ул милләттәштәребеҙгә ошолай тип мөрәжәғәт итте: «Иң аҡыллы һәм көслө башҡорт улдарын утҡа ташлайҙар. Был – башҡорттар өсөн ысын геноцид. Украинаға ҡаршы һуғыш – беҙҙең һуғыш түгел». Рәсәйҙе рустарҙың ғына дәүләте тип ҡарап, уларҙы «күп быуатлыҡ геноцидта, башҡорттарҙы йәберләүҙә, кәмһетеүҙә һәм талауҙа» ғәйепләне ул. Ике халыҡты бер-береһенә ҡаршы ҡуйыуҙың эҙемтәләре ниндәй булыры тураһында уйлаған кеше бындай һүҙҙәрҙе әйтеүҙән тыйылыр ине, сөнки быуаттар буйына тыныс йәшәгән милләттәр араһында нәфрәт уятыуҙың күрәләтә ут менән уйнауға тиң икәнен аҙ ғына аҡылы булған кеше аңлай.
Енәйәт эшендә: «Алсыновтың мөрәжәғәте психологик йоғонто яһай һәм башҡорттарҙың аңына төп дошман һәм агрессор Рус дәүләте (Россия) тигән фекерҙе һеңдерә», – тигән юлдар бар. Ул саҡта Өфө ҡалаһының Киров район суды Фаилды закон буйынса административ яуаплылыҡҡа ғына тарттырҙы һәм 10 мең һум штраф һалыу менән сикләнде. Шулай итеп, Алсыновҡа уйланырға (шул уҡ дүрт балаһы, ғаиләһе хаҡында!), һығымта яһарға, хаталарын төҙәтергә мөмкинлек бирелгәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул аңламаны.
Ете айҙан һуң, 2023 йылдың 23 апрелендә, уның тарафынан йәнә экстремистик сығыш яңғырай. Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында үткән йыйында: «Был беҙҙең еребеҙ, беҙ бынан китмәйәсәкбеҙ. Әрмәндәр үҙ иленә китә, рустар Рязангә китә, татарҙар Татарстанға китә, ҡара халыҡ үҙ яғына китә, ә беҙ китә алмайбыҙ, беҙҙең өйөбөҙ бында», – тип белдерә Алсынов. Ошоға оҡшаш байтаҡ һүҙҙәр әйтелә ул көндө. Халыҡты ҡуҙғытыу, ризаһыҙлыҡ уятыу һәм шул рәүешле республикала тотороҡһоҙлоҡ тыуҙырыуға йүнәлтелгәйне был сығыш та.
Ә бит ошо хәлдәрҙән күпкә алда уҡ республика етәкселәре Фаил Алсынов менән осрашып, уның яҙыҡ юлда булыуын аңлатырға тырыша, хатта Башҡортостан, халҡыбыҙ хаҡына бергәләп эшләргә, хеҙмәттәшлек итергә лә саҡыра.
«Алсынов менән һөйләшеүгә бер нисә ваҡиға этәрҙе, – тип яҙа, мәҫәлән, Азат Бадранов «Башҡорт халҡының яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙар»ында. – Ул ваҡытта «Башҡорт»** ойошмаһы ағзалары, кәрәкме-кәрәкмәйме, егеттәрҙе Урал аръяғының төрлө урындарында йыя башланы. Мәҫәлән, Сибайҙа курдтар кафеһында ике башҡорт иҫереп һуғышҡан, социаль селтәрҙәрҙән һәм мессенджерҙарҙан ошо турала хәбәр таралғас, йөҙәрләгән йәш башҡорт курдтарҙы туҡмарға тип төрлө яҡтан Сибайға килеп етә. Йәштәр тегендә-бында йөрөй ҙә, курдтарҙың бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмағанын аңлап, кире ҡайта.
Шул уҡ хәл Белорет ҡалаһында була. Медколледж студенты, шунда йәшәүсе үзбәкме, тажикмы, ике студенттың (башҡорттармы, татарҙармы) үҙ-ара ыҙғышына шаһит булған. Чаттар ошо ваҡиғаны башҡорттар менән тажиктарҙыңмы, үзбәктәрҙеңме диаспораһы араһындағы бәрелешкә әйләндереп ебәрҙе. Һәм йәнә бер нисә йөҙ башҡорт, имеш, килмешәк мигранттар диаспораһын туҡмарға йыйыла.
Ике йыл үткәс, шундай уҡ хәл Ҡырмыҫҡалыла ла күҙәтелә, унда ике башҡортмо, әллә татар менән башҡортмо, водитель танытмаһын һатып алыуҙа бер-береһен алдай, кемеһелер таныш езидҡа (езидтар – курдтарҙың бер дини төркөмө вәкилдәре) ошаҡлайым тип әйтә (уныһы бөтөнләй вахтала була). Һөҙөмтәлә, был тарихҡа ҡыҫылышы булған берҙән-бер езид Ҡырмыҫҡалыла башҡорттарҙы ҡыҫырыҡлаған әрмән диаспораһына тиклем үҫтерелә». Хәтерегеҙгә төшөрәм: ул ваҡытта, 2020 йылдың 7 ноябрендә Ҡырмыҫҡалыла 36 кеше ҡулға алынды, уларҙың күбеһе «Башҡорт» ойошмаһы вәкилдәре ине.
Был ваҡиғаларҙың бөтәһе лә социаль селтәрҙәрҙә Фаил Алсынов һәм «Башҡорт»тоң башҡа лидерҙары күҙлегенән яҡтыртылып бара. Улар үҙҙәренең яҙмаларында һәр башҡортто ваҡиға булған урынға барып етергә, башҡорт халҡының намыҫын яҡларға саҡырып оран һала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр Фаил Алсыновтың ошондай «эшмәкәрлеген» дә, уның үҙен дә бөтөнләй белмәй Баймаҡ ваҡиғаларына тиклем, күңелһеҙ хәлдәрҙән һуң ғына дүрт бала атаһы булыуын белеп ҡала, өлгөлө ғаилә башлығы, патриот итеп күрә башлай.
Фаилдың «Башҡорт» ойошмаһындағы «көрәштәштәре» кем һуң?
2014 йылда Фаил Алсынов, Рәмзил Байназаров һәм Руслан Ғәббәсовтар*** «Күк бүре» тип аталған радикаль ойошма ағзалары булыуҙан туҡтап, яңы ойошма барлыҡҡа килтерә. Уға «Башҡорт» тигән исем бирәләр (халыҡ хаҡында ҡайғыртҡан, уның алдында яуаплылыҡ тойған кеше шундай исем алырға баҙнат итерме?!). Барлай китһәң, ойошманың лидерҙары берәү аша – үлтергән, талаған, урлаған өсөн хөкөм ителгәндәр. Уларҙың төплө белеме лә, эш тәжрибәһе лә, етди мәсьәләләрҙе хәл итерҙәй компетенциялары ла юҡ. Руслан Ғәббәсов 2004 йылда Мәскәүҙең Лефортово район суды тарафынан кеше үлтереүҙә ғәйепләнеп, ете йылға иркенән мәхрүм ителгән. Эльмир Мөхәмәтйәнов 2006 йылда кеше талаған өсөн шартлы рәүештә – өс йылға, 2007 йылда йәнә өс йылға хөкөм ителгән. Ойошманың Ишембайҙағы етәксеһе Юлай Аралбаев 2008 йылда кеше туҡмауҙа һәм һаулығына зыян килтереүҙә ғәйепләнә.
Шулай итеп, үҙҙәрен башҡорт халҡының намыҫы һәм патриоты итеп танытырға маташыусылар шәхси тормоштарын да ҡора алмаған әҙәмдәр булып сыға. Әммә улар сәйәси уйын ҡороуҙан туҡтамай. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән милләтселәр менән бәйләнешкә инә, ҡаҙаҡ пантюркистары менән Рәсәйгә ҡаршы тороу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара.
Баймаҡтағы ҡышҡы ваҡиғаларҙы тикшереү уны ойоштороусылар ҙа Рәсәйҙә тыйылған «Башҡорт» ойошмаһы вәкилдәре икәнен күрһәтте. Халыҡты хоҡуҡ һаҡлаусыларға ҡаршы һөсләүсе провокаторҙарҙың ҡуйындарында, кеҫәләрендә, машиналарында рациялар булыуы асыҡланды. Ҡайһы берәүҙәре үҙҙәре менән боросло баллончиктар ҙа һалып алған булған. Митингыға рация алып сығыу уларға нимәгә кәрәк булғаны билдәле: үҙ-ара бәйләнештә булыу, халыҡ диңгеҙенә йүнәлеш биреү өсөн. Ышаныслы сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, уларҙың барыһы ла традицион булмаған ислам хәрәкәтенә инә һәм үҙҙәрен салафиттар тип атай.
Былар хаҡында бер нәмә лә белмәгән эскерһеҙ халыҡ уларға ышанып, ҡотҡоға бирелә. Һөҙөмтәлә 80-гә яҡын кеше ҡулға алына. Улар араһында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Күбеһе, бындай сараларҙа ҡатнашыуҙың ниндәй һөҙөмтәгә килтерере, һәр әйтелгән һүҙ, ҡылынған ҡылыҡ өсөн яуап тоторға кәрәклеге тураһында уйлап та бирмәгәндер. Саҡ ҡына уйлап ҡараһалар, милли хистәр менән уйнаусыларҙың ауына эләкмәҫтәр, йыйында ҡатнашыуҙан баш тартырҙар ине. Ә әлегә тикшереү эштәре дауам итә.
– Дөйөм тәртипһеҙлектәр – ҙур хәүеф менән янаған енәйәт, сөнки улар стихиялы барлыҡҡа килә һәм күҙаллап булмай торған көскә эйә, – ти криминологтар. – Ундай тәртипһеҙлектәрҙә ҡатнашыу ике төрлө була: беренсеһе – шәхсән нимәнелер онтау-емереү, икенсеһе – хоҡуҡ һаҡлау органдарына буйһонмауға саҡырыу, дәүләт милкен боҙоу, халыҡта агрессив кәйеф уятыу, власть органдарына ҡаршылыҡ күрһәтеүгә етәкселек итеү. Дөйөм тәртипһеҙлектәрҙе ойоштороу закон тарафынан айырыуса ҡаты хөкөм ителә.
Билдәле булыуынса, Фаил Алсынов Рәсәй Енәйәт Кодексының 282-се статьяһы (1 өлөш) буйынса дүрт йылға иркенән мәхрүм ителде.
Экстремистик һүҙҙәр, ҡылыҡтар өсөн закон тарафынан ҡаты яза бирелеүе тураһында хәбәрҙар булмаған ауыл кешеләре араһында аңлатыу эштәре алып барылмауы ла күренеп тора. Быныһы инде район етәкселегенең, райондан һайланған төрлө кимәлдәге депутаттарҙың эшләп еткермәүе. Республика Башлығы бөтә ауыл-ҡалаларға ла барып етә алмай, тейеш тә түгел. Юҡҡа ғына Радий Фәрит улы етәкселәрҙе кабинеттарҙан сығып, халыҡтың күҙенә ҡарап һөйләшергә саҡырмай. Совет заманында райком секретарҙары ауылдан-ауылға йөрөнө, колхоз рәйестәре көнө-төнө баҫыу гиҙҙе, ферма бригадирҙары йәйләүҙәрҙән ҡайтып инмәне. Шуға ла халыҡты борсоған мәсьәләләр уларҙың күҙ уңынан ысҡынманы, ваҡытында сара күрелеп барҙы.
Бөгөн район хакимиәттәре вәкилдәре ауылдарға берәй байрам, тантаналы сара хөрмәтенә генә барып китә. Ә халыҡ үҙенең проблемалары, аһ-зарҙары менән ҡайҙа барырға белмәй, йәшәй бирә, төңөлә бара. Шундай саҡта деструктив элементтар яраҡлы һүҙен дә таба, күңелдәренә ҡуҙ һалып та ебәрә.
Бер ҡатлы, ихлас күңелле милләттәштәребеҙ шуны аңлаһын ине: ялтырауыҡ орандар артында башлыса – мәкер һәм хәйлә. Шуға ла үҙҙәрен лидер тип нарыҡлаусылар артынан эйәрер, ниндәй ҙә булһа күмәк сарала, митингыла ҡатнашыр, яңғырауыҡ һүҙҙәр әйтер алдынан йөҙ ҡат уйларға кәрәк.
Социаль селтәрҙәрҙең дә был йәһәттән ысын мәғәнәһендә ау, тоҙаҡ ролен үтәүе ихтимал. Олоһо ла, кесеһе лә интернет менән әүҙем ҡуллана – күмәк аңға тәьҫир итеү, экстремистик эшмәкәрлек алып барыу өсөн бик ҡулай юл. Ҡара эсле кешеләр ҡорбандарҙы шунан эҙләй, социаль селтәрҙәр аша пропаганда алып бара. Был айырыуса психологик яҡтан формалашып бөтмәгән балалар, үҫмерҙәр өсөн бик хәүефле.
Социаль селтәрҙәрҙә ниндәйҙер яҙма аҫтында экстремистик фекер белдереү ҙә енәйәт эше асыу өсөн нигеҙ булып тора. Интернетҡа йәшерен исемдәр аша инеү ҙә ярҙам итмәйәсәк – кем яҙғанын билдәләү техник белгестәр өсөн ауыр түгел. Хәҙерге заманда һүҙ – көслө ҡорал, шуға ла уны бик уйлап ҡулланырға кәрәк. Мәғлүмәти һуғыш барған осорҙа уйламай әйткән һүҙ енәйәткә тиң булыуы бар, ошо хаҡта онотмайыҡ. Шуны ла иҫкәртке килә: экстремизм, дини, раса йәки милли дошманлыҡ күренештәре менән осрашҡан осраҡта вайымһыҙ булмағыҙ, ҡотҡо таратыусыларға фекерегеҙҙе еткерегеҙ.
Фаил Алсыновтың Енәйәт эшенә әйләнеп ҡайтҡанда, эксперттар хөкөм ҡарарының йомшартылырына ышанмай.
– Киреһенсә, мәхрүм ителеү срогы тағы ла оҙайтылырға мөмкин, – ти улар. – Сөнки бөгөн бөтә көс структуралары экстремистик һәм террористик йүнәлештәге енәйәттәргә ҡарата ныҡлы позицияла тора. Рәсәйҙең Генераль прокуроры Игорь Краснов киңәйтелгән коллегия ултырышында Баймаҡ ваҡиғаларын телгә алып:
– Рәсәйҙәрҙе деструктив акцияларға, процестарға йәлеп итергә маташыусылар бар. Илебеҙгә хәүеф менән янаусылар ҡаты енәйәт язаһын алырға тейеш, – тине.
Экстремизм тигән афәт республикабыҙҙа тамыр йәйеп китмәһен өсөн, булып үткән ваҡиғаларға айыҡ аҡыл менән ҡарарға, етешһеҙлектәребеҙҙе күрә белергә, хаталарабыҙҙы танырға кәрәк! Һәм, әлбиттә, даими рәүештә бергәләп уға ҡаршы көрәш алып барырға! Сөнки беҙҙең барыбыҙ ҙа Башҡортостаныбыҙҙың тыныс һәм дуҫ халыҡтар иле булыуын теләй.
И. Кәримова.
*Фаил Алсынов «Росфинмониторинг»тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.
**«Башҡорт» 2020 йылдың 22 майында БР Юғары Суды тарафынан экстремистик ойошма тип танылды.
***Руслан Ғәббәсов – сит ил агенты.