«Ватандаш» журналы хеҙмәткәрҙәренә лә маскировкалау селтәрҙәре үреп ҡарау форсаты тейҙе. «Матбуғат йорто»нан алыҫ булмаған «Масксети Щит Уфа» ойошмаһына барып, ирекмәндәргә ярҙам итеү форсаты сыҡҡас, күмәкләп шунда юл тоттоҡ. Ғөмүмән, был эште коллегабыҙ – «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова әллә ҡасандан алып бара, беҙгә лә теләп ярҙам итте ул.
Һәр эштең үҙ нескәлеге булған кеүек, селтәр үреү ҙә еңел түгел. Һәм яңғыҙың ғына башҡарып сыға торған эш тә түгел. Күмәкләп тиҙерәк тә, күңеллерәк тә.
Эш үҙенсәлектәре тураһында цехтың кураторы Люциә Таяр ҡыҙы Романова һөйләне.
– Егеттәрҙең ғүмерен һаҡлағы килә, шуға ошо эш менән шөғөлләнәбеҙ. 2022 йылдың октябренән башланыҡ. Башҡортостан буйынса – 70, Өфөлә 12 цех бар. Беҙгә уртаса 40 кеше йөрөй. Иртәнге 10-дан киске 8-гә тиклем йыйылабыҙ. Бушҡа бина бирҙеләр, шарттар һәйбәт. Көнөнә өс-дүрт селтәр үрәбеҙ, уларҙың үлсәмдәре төрлө. Башлыса өс метрға алты метр итеп эшләйбеҙ. Ҙурыраҡтарға ла заказ килә, кәрәк булһа дүрткә һигеҙ метр, хатта 9-ға 18 метрлығын да эшләнек. Логистика тулыһынса булдырылған. Килеп алалар, алып барып еткерәләр. Сеймал да ваҡытында килеп тора, – ти ул.
Люция Таяр ҡыҙы әйтеүенсә, уларҙа егеттәр менән кире бәйләнеш булдырылған, улар селтәрҙәр өсөн бик рәхмәтле. Яу яланында маскировка селтәрҙәренә ихтыяж бик ҙур һәм ирекмәндәр уны ҡапларға тырыша.
Үҙ ҡулдары менән селтәр үреп ҡараған хеҙмәттәштәребеҙ был эштән бик ҡәнәғәт ҡалды.