Республикабыҙға Радий Фәрит улы Хәбиров ҡайтып эш башлағандан бирле йәшәйешебеҙҙә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә: юлдар һалына, яңынан-яңы объекттар ҡалҡып сыға, ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары яңыртыла. Гранттар, төрлө проекттар, программалар тормошҡа ашырыла. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бирелә, инвестиция өлкәһендә үҫеш шаҡтай һиҙелә, федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү йәһәтенән дә етәкселектең тырышлығы ҙур. Рухи асылыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла.
Радий Фәрит улы, спорт мастерлығына кандидат булараҡ, сәләмәт тормошто, спортты, көрәш төрҙәрен пропагандалау, танытыу, үҫтереү буйынса күп эшләй.
Хөрмәтле Радий Фәрит улы, юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ!