16 мартта Рамаҙан сатырында Мәскәү башҡорттары кисәһе уҙғарылды. Дини вәғәздәр, төрлө викториналар, сәхнә оҫталары башҡарыуындағы милли көйҙәр менән үрелеп барған тематик ифтар Ғаилә йылына арналды. «Бөгөнгө сараға килгәндә, ниндәй ырыу, ниндәй милләт вәкиле булыуыбыҙға ҡарамаҫтан беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштереп торған әйбер ул – дин, – тине ойоштороусыларҙың береһе, эшҡыуар Рәмил Бикҡужин. – Ә инде берса уңыштарыбыҙ, ҡыуаныс-ҡайғыларыбыҙ менән уртаҡлашырға беҙ яҡындарыбыҙ эргәһенә ашығабыҙ. Ғаиләлә беҙ балалар үҫтерәбеҙ, дини йолаларыбыҙҙы атҡарабыҙ, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлайбыҙ, шуға ла ғаиләгеҙҙе яратығыҙ, яҡындарығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ, атай-әсәйҙәрегеҙгә ҡарата изгелекле булығыҙ!»
Мәскәү башҡорттары ойошторған ифтарҙа 1700 кеше ҡатнашты. Ураҙа тотоусыларҙан 500 кеше сатыр эсендә ауыҙ асһа, 1200 мосолман өсөн асыҡ һауала япма аҫтында һый әҙерләнде.
Яҡын арала Мәскәүҙәге ватандаштарыбыҙға тағы бер тапҡыр осрашып алырға форсат тыуасаҡ. 23 мартта Мемориаль мәсет эргәһендәге Рамаҙан сатырында Башҡортостан Республикаһы кисәһе планлаштырылыған.