- Илебеҙҙә үткән һайлауҙарҙың береһен дә ҡалдырмай йөрөйбөҙ, шулай тәрбиәләнгәнбеҙ, - ти Люциә Зәйнулла ҡыҙы. – Ауыл ерендә бындай сараларға айырыуса мөһим иғтибар бирелә. Беҙҙә лә ул ойошҡан рәүештә, күңелле бара – тәүге көндө үк халыҡ һайлау участкаһына ағылды. Комиссия ағзалары һәр кемде йылмайып, яҡшы кәйеф менән ҡаршы ала. Байрам атмосфераһы тыуҙырыу өсөн ҙур көс һалғандары күренеп тора. Матур киләсәккә ышанып, буласаҡ Президентыбыҙҙы өсөн тауыш бирҙек. Нисек кенә булһа ла, илгә тыныслыҡ теләйем, татыулыҡ кәрәк. Яҡты киләсәккә өмөт менән ҡарайыҡ.
Гражданлыҡ бурысын үтәү менән Люциә Зәйнулла ҡыҙы баш ҡалаға юл тотҡан. Төп мәҙәни үҙәктәрҙең береһе – Башҡорт дәүләт академия театрында Шәүрә Шәкүрованың «Әсмә» спектаклен ҡарау уның өсөн, һайлау менән бер рәттән, иҫтәлекле көндөң матур ваҡиғаһы булған.
#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024