Новости
16 Марта 2024, 07:51

Йәштәр араһында аңлатыу эштәре алып барыу - заман талабы

Эксперт, философия фәндәре кандидаты Гүзәлиә Әсәҙуллина Өфө фән һәм технологиялар университетында йәштәр менән эштең нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне. Ул һайлау алдынан студенттар  менән  аңлатыу эштәре алып барылырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.  Йәштәрҙең һайлауҙарға һүлпән ҡатнашыуы тәрбиә эштәре алып барылмауы тураһында һөйләй, ти эксперт. “Аңлатыу эштәре алып барыу йәштәрҙә аңлы ҡараш тәрбиәләүгә, үҙ позицияларын белдерергә этәргес бирә”, - тине ул.

Йәштәр араһында аңлатыу эштәре алып барыу - заман талабыЙәштәр араһында аңлатыу эштәре алып барыу - заман талабы
Йәштәр араһында аңлатыу эштәре алып барыу - заман талабы

 Гүзәлиә Әсәҙуллина университетта йәштәр менән эшләү бүлеге  10 йыл  тирәһе эшләп килеүен әйтте. Был бүлеккә бюджет нигеҙендә  быйыл 23 кеше ҡабул ителгән. Модератор Рәшиҙә Мәһәҙиеваның “Ниндәй йәштәр ойошмалары  әүҙем эшләй?” тигән һорауына Гүзәлиә Әсәҙуллина йәштәр союзы, студенттар отряды һәм башҡа ойошмаларҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

 

Автор:Наиля Насырова
Читайте нас