Новости
16 Марта 2024, 10:25

Һайлау комиссияһы вәкилдәре йорттарға ла килде

Дәүләкән районы һайлау комиссияһы вәкилдәре оло йәштәге һайлаусыларҙың йорттарына килде. Оло йәштәгеләр  уларҙы шатланып көтөп алды.

Һайлау комиссияһы вәкилдәре йорттарға ла килдеҺайлау комиссияһы вәкилдәре йорттарға ла килде
Һайлау комиссияһы вәкилдәре йорттарға ла килде

Иҫке Яппар ауылынан Солтанова Рая Йәғәфәр ҡыҙы (1941 йылғы) оҙаҡ йылдар почтальон булып эшләне, ауыл депутаты булды. “Элек кешеләр гәзит-журналдар күпләп алдыра ине. Ике ҙур сумкаға ла һыйҙырып булмай торғайны, хаттар ҙа күп. Ҡар-буранға, ҡаты һыуыҡтарға, ел-ямғырға, йәйге селләгә ҡарамаҫтан күрше Ҡаҙанғол ауылынан (5 км) ат менән барып гәзит-журналдар алып, кире ҡайтып, уларҙы бүлеп, өй беренсә таратып сығырға кәрәк ине”, - тип хәтерләй ул. Өҫтәүенә һәр йәмәғәт эшендә лә әүҙем булды Рая Йәғәфәр ҡыҙы.

Яңы Яппар ауылынан Ҡотлоярова Тәғзимә Яҡуп ҡыҙы (1938 йылғы) һәм Ғарипова Лилиә Юныс ҡыҙына  (1940 йылғы) ла килде һайлау комиссияһы ағзалары. Улар икеһе лә ғүмер буйы колхозда эшләгән кешеләр, һуғыш балалары.  Был инәйҙәрҙең бала сағы иң ауыр йылдарға тура килә. Бәләкәйҙән эшкә егелә улар. Оло йәштәгеләр үҙ эштәрен яуаплы башҡарырға күнеккән.

Бына бөгөн дә илебеҙ Президентын һайлауҙан ситтә ҡалмай инәйҙәребеҙ. Үҙ тауышын биреп, гражданлыҡ бурысын үтәп ҡуйҙылар.

Һайлау комиссияһы вәкилдәре йорттарға ла килде
Һайлау комиссияһы вәкилдәре йорттарға ла килде
Һайлау комиссияһы вәкилдәре йорттарға ла килде
Автор:Регина Шафикова  
Читайте нас