Һайлау участкаһы урынлашҡан мәктәпкә, сират булмаҫ борон тип, эшкә килер алдынан уҡ йүнәлдем. Иртән булыуға ҡарамаҫтан, Шамонин ауылындағы участкала халыҡ күп ине. Тотош ғаиләләре менән килеүселәр байтаҡ. Ә мәктәп алдында уҡыусы балалар өсөн «Күңелле старттар» ойошторолған. Ата-әсәләр һайлап сыҡҡансы, балалар саф һауа һулап, спорт менән шөғөлләнә. Иртәгә мәктәптә шулай уҡ Байрам йәрминкәһе ойоштороу ҡаралған.
Һәр бер һайлаусыға «Рахмат» һүҙе яҙылған беләҙек бирелә. Ул 3 һайлау көнөндә төрлө магазиндарҙа ташлама менән һатып алыу мөмкинлеге бирә.