Иртә булыуға ҡарамаҫтан, кеше күп ине. Барыһының да кәйефе байрамса, күтәренке. Ишектән инеү менән өҫтәлдәрҙә төрлө-төрлө ҡамырҙан бешерелгән ашамлыҡтар, тәм-том һатыу ойошторолған. Һайлау барышында “Рәхмәт” акцияһы нигеҙендә QR- кодлы билеттар, махсус беләҙек бирелде. Сайтта QR код аша билет номерын теркәгәндә төрлө приз отоу мөмкинлеге бар: автомобиль, шифаханаларға юлламалар, фатир. Махсус беләҙек алып тауар һәм хеҙмәттәргә ташлама алырға ла мөмкин.
Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡатнашыу - мөһим бурыс. Мин үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәнем. Бөтәгеҙҙе лә һайлауҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам!