Сәфәргә сығыу сәбәпле, иртән үк Һайлау участкаһына барып, гражданлыҡ бурысымды үтәп ҡуймаҡсы булып, таң атыу менән Генерал Горбатов урамындағы Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек колледжында урынлашҡан 132-се Һайлау участкаһына ашыҡтым. Күптән күсеп китһәк тә, прописка буйынса Һайлауҙарға шунда йөрөй инек. Автобустан автобусҡа күсеп, этелә-төртөлә, килеп еттем тәғәйен урынға.Ҡыуанып ҡарап киләм, иртән боҙлауыҡ булһа ла юл тайғаҡ түгел, ҡом һибеп сыҡҡандар. Кешеләр мас булып участка алдында фотоға төшә. Мин дә төштөм, кеше бушҡа төшмәйҙер әле, тип. Ашығып-ашығып инеп киттем шунан, миңә самолётҡа өлгөрөргә кәрәк бит. Ә унда!.. «Һеҙ списокта юҡ!» — тиҙәрсе! Аһ-аһ! Хәтер тигәнең! Беҙ прописканан төштөк тә инде. Кәнишне, бында түгел! Юҡ, юҡ инде!.. Гражданлыҡ бурысын үтмәй тороп, юлға сыға буламмы? Киттем Испытателей урамындағы 143-сө Һайлау участкаһын эҙләп. Автобустан автобусҡа күсеп. Таптым бит әй! «Еҙем» үҫмерҙәр клубы бинаһында урынлашҡан икән. Тауышымды бирҙем! Бурысымды атҡарҙым! Тыныс күңел менән сәфәргә сығам, Ин шәә Аллаһ. Ҡыуаныслы осрашыуҙар насип итһен!