Новости
15 Марта 2024, 07:25

Ғаиләбеҙ менән барҙыҡ

Беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән һайлауға иртүк барҙыҡ. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024

Ғаиләбеҙ менән барҙыҡҒаиләбеҙ менән барҙыҡ
Ғаиләбеҙ менән барҙыҡ

Беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән һайлауға иртүк барҙыҡ. Балаларыбыҙ әле һайлау йәшенә етмәһә лә, уларға һайлауҙың нимә икәнен, унда ҡатнашыу мөһим икәнлеген, йәмғиәт тормошонда ҡатнашырға, үҙ фекереңде белдерергә кәрәклеген өйрәтә торабыҙ.

Әйткәндәй, быйылғы һайлауға ғаиләләре менән килеүселәр араһында 100 меңдән ашыу приз уйнатыла.

Был акция Ғаилә йылына арналған  “Всей семьей” тигән ҙур проекттың  бер өлөшө. Уны “Я помогаю детям” йәмәғәт ойошмаһы башҡара. Акцияла  ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?  15-17 мартта үҙҙәренең һайлау участкаларына килеп тауыш бирергә һәм күмәкләп участка фонында фотоға төшөргә кәрәк. Артабан был фотоны үҙегеҙҙең “Одноклассники” йә “Вконтакте” социаль селтәрҙәге биттә #всейсемьей һәм #всейсемьей02 һәм #алгавсейсемьей хештэгтары менән ҡуйырға.

Беҙ ғаиләбеҙ менән “Всей семьей” проектында ҡатнашабыҙ. Аҙна һайын килгән яңы эштәрҙе көтөп алабыҙ. Хәҙер инде балалар ҙа өйрәнеп бөттө. "Был аҙнала ниндәй эш ҡушылған?", – тип һорап ҡына торалар. "Всей семьей" проекты беҙҙең ғаиләне тағы ла нығыраҡ берләштерҙе, ул беҙгә бик оҡшай.

Һайлауға күмәкләп барыу ҙа бик күңелле булды.

Ғаиләбеҙ менән барҙыҡ
Ғаиләбеҙ менән барҙыҡ
Автор:Регина Шафикова  
Читайте нас