Рәсүл Хәсән улы Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Әлеге ваҡытта «Башҡортостан» телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар компанияһы Акционерҙар йәмғиәтенең "Юлдаш" радиоһында ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе.
Ул күп сериялы документаль радиофильмдарҙы, «Тарих теҙмәһе» күп сериялы документаль телевизион фильмды, кескәй радиоспектаклдәрҙе, бер нисә нәфис кинофильмды башҡортсаға тәржемә иткән. Ун ике йыйынтыҡта баҫылған хикәйәләре һәм новеллалары уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде.
Юбилярҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да ижади уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!