Новости
5 Марта 2024, 07:06

Әхтәр Мәғәз улы Ғайсинға 70 йәш

Бөгөн күренекле математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, физика-математика фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Әхтәр Мәғәз улы Ғайсинға 70 йәш тула.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әхтәр Мәғәз улы Ғайсинға 70 йәшӘхтәр Мәғәз улы Ғайсинға 70 йәш
Әхтәр Мәғәз улы Ғайсинға 70 йәш

Әхтәр Мәғәз улы Башҡортостандың Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Әлеге ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһы Федераль тикшеренүҙәр үҙәге Математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Уның комплекслы анализ өлкәһендәге тикшеренеүҙәре, күп ҡырлы фәнни эшмәкәрлеге ил һәм донъя кимәлендә танылыу алған.

Хөрмәтле һәм абруйлы уҙаманды юбилейы менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Автор: