Быйылғы конференция филология фәндәре докторы, профессор, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы Мөхтәр Әхтәмовтың тыуыуына 95 тулыуға арналды. Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы - ғүмерен туған телде үҫтереүгә бағышлаған ғалим, уның башҡорт теленең лексикография һәм лексикологияһын, грамматикаһын тәрән тикшергән китаптары, дәреслектәре, уҡыу ҡулланмалары төркиәт донъяһында киң билдәле.
Коференцияла республиканың төрлө райондарынын педагогтар –мәктәп уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, ғалимдар, университет уҡытыусылылары ҡатнашты.
Форум асылыу тантанаһы башында милли кейемдәрҙәге йәштәр төрлө телдәрҙә Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын уҡыны. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина ҡунаҡтарҙы Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров исеменән сәләмләне, факультетта милли мәғариф өлкәһе өсөн кадрҙар әҙерләүҙең исек ойошторолоуы хаҡында һөйләп үтте.
Пленар ултырышта йыйылыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси идаралығы кәңәшсеһе Рөстәм Баянов, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева тәбрикләне. Рөстәм Сәлим улы барыһын да Халыҡ-ара тыуған телдәр көнө менән ҡотланы, был байрамға бағышланған саралар хаҡында һөйләне. Әлфиә Закир ҡыҙы Башҡортостан мәғариф системаһының стратегик йүнәлештәренең береһе – полинингваль белем биреүҙе киңәйтеү, үҫтереү маҡсатында башҡарылған саралар хаҡында һөйләп үтте: «Рәсәй мәғариф системаһында бөгөнгө көндә 74 туған тел, Башҡортостан мәктәптәрендә 13 тел өйрәнелә, 400-ҙән ашыу мәктәптә туған телдә белем бирәләр, 56 милли гимназия-лицей, 15 йәкшәмбе мәктәбе эшләп килә».
Артабан эш биш секция ултырышында дауам итте.
Конференция сиктәрендә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған тағы бер сара – «Үҙ-ара бәйләнештең интерактив формалары аша полилингваль белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм уҡыусыларының функциональ грамоталылығын формалаштырыу» методик семинары ойошторолдо. Республикала икенсе тапҡыр уҙғарылған был семинар ҙа Башҡортостанда полилингваль белем биреү проектын ғәмәлгә ашырыуҙы методик яҡтан тәьмин итеүгә булышлыҡ итә.
Педагогтар туған телде һәм әҙәбиәтте уҡытыуҙа тәжрибәләре менән уртаҡлашты, төрлө ҡыҙыҡлы педагогик алымдар күрһәтте, йөкмәткеле һәм сағыу докладтар менән сығыш яһаны. Татарстан, Дағстан, Ҡабарҙы-Балҡар, Саха-Яҡут республикалары, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан вәкилдәре фекер алышыуҙа видеобәйләнеш аша ҡатнашты.