Все новости
Новости
12 Января , 10:33
ОБЩЕСТВО

Изге айҙы изге эштәр менән ҡаршылайыҡ!

Бөгөн йома, изге Рәжәб айының беренсе көнө башланып тора.

ДУМ Челябинской области
Фото:ДУМ Челябинской области

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһи ссәләм әйткән: «Рәжәб – Аллаһу Тәғәләнең, Шәғбан – минең, Рамаҙан – өммәтемдең айы», – тигән. Һанап үтелгән мөбәрәк айҙарҙа башҡрылған изге ғәмәлдәрҙең әжер-сауабы башҡа айҙарға ҡарағанда 70 тапҡырға күберәк арттырылып яҙыла. Ә инде был изге эш мәсеттәр төҙөүгә йүнәлтелһә, уның сауабын баһалап бөтөрлөк түгел, сөнки Аллаһ Йортон һалырға ярҙам итеү – ул үҙеңә Йәннәттә өй һалыу, тиелә дини сығанаҡтарҙа.

Силәбе өлкәһендә бөгөнгө көндә күренекле дин әһеле Ҡорбанғәлиев Мөхәммәд-Ғәбделхәй Ғәбиҙулла улы хөрмәтенә мәсет төҙөү эштәре алып барыла. Алыҫ Токио ерендә беренсе мәсет һалдырған, заманында бик күп эҙәрлеләүҙәргә дусар булған был шәхес тураһында тарихсы Рәшит Хәкимовтың «Япон мулла» документаль-романы «Ватандаш» журналының 2-6-сы һандарында донъя күргәйне.

Хөрмәтле милләттәштәребеҙ, әйҙәгеҙ әле, Раббыбыҙҙың сикһеҙ ниғмәте булған ошо айҙарҙың бер генә көнөн дә бушҡа сарыф итмәйек, ғәмәлдәрбеҙҙе изге эштәргә йүнәлтәйек.

Аллаһ Йортон төҙөү өсөн саҙаҡа индерергә теләүселәр өсөн реквизиттар:

Полное наименование: Местная мусульманская религиозная организация Махалля мечеть № 873 с. Таукаево Красноармейского района Челябинской области ДУМ Челябинской области при ЦДУМ России

ИНН   7432011108   КПП   743001001   ОГРН 1027700342890

р/с  40703810878090005971   в АО Россельхозбанк  Челябинский РФ АО «Россельхозбанк» к/с 30101810400000000821 БИК 047501821

Имам-хатыб мечети Абдуллин Мустафа. Тел. 8-951-784-9327

Председатель Попечительского совета Фонда Талгат Гайнитдинович Xаиров

Тел. 8-996-230-40-41

 8-908-821-49-60

Автор: Зөлфиә Ханнанова

Читайте нас: